4 декабрь, Йәкшәмбе

25 август 2014 йыл, 17:41

Мәҙәниәт министрлығы 2015 йылға Башҡортостан Президенты грантына дәғүә итеүгә конкурс башланыуы тураһында иғлан итә

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы 2015 йылға мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ижади проекттарға ярҙам итеү маҡсатында республика Президенты гранттарына дәғүә итеүгә конкурс иғлан итте.

Заявка документацияһын төҙөү һәм биреү тәртибе ведомствоның сайтында баҫылған.

Грант алыуға һәр дәғүә итеүсе шәхси рәүештә йәки ижади йәки ғилми коллектив составында конкурста ҡатнашыуға бер генә заявка биреүгә хоҡуҡлы.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, бөтә конкурс материалдары 2014 йылдың 1 сентябренән алып 1 ноябренә тиклем БР Мәҙәниәт министрлығының канцелярияһына тапшырылырға тейеш.

Гранттар  музыкаль, театр, педагогик, хореографик һәм һынлы сәнғәт, кинематография, архитектура һәм дизайн, музей һәм китапхана эше, художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре, халыҡ ижады өлкәһендә мәҙәни ҡиммәттәрҙе булдырыу, һаҡлау, арттырыу, таратыу һәм үҙләштереү, шулай уҡ төбәктең мәҙәниәт потенциалын һаҡлау һәм үҫтереү ниәтендә булдырылған.

Йыл һайын мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә 100 мең һум күләмендә БР Президенты гранты менән 25 кеше бүләкләнә. Шулай уҡ биш ижади коллектив 300 меңәр һум ала.

Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн (347) 280-87-66 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.