Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Яңы уҡыу йылы алдынан балаларҙы мәктәпкә әҙерләү һорауҙары буйынса ҡыҙыу линия ойоштороласаҡ

Йәмғиәт

28 августа Башҡортостанда беренсе синыф уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Беренсе тапҡыр – беренсе класҡа!» тигән ҡыҙыу линия уҙғарыласаҡ. Уны Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү республика үҙәге ойоштора.

Буласаҡ беренсе синыф уҡыусыһының мәктәптә уҡыуға әҙерлеге; социумда яңы ролгә баланың нисек өйрәнеп китеүе; социаллаштырыуҙа һәм мәктәптә уҡытыуға баланы әҙерләүҙә ғаиләнең роле тураһында һорауҙарға педагог-психологтар Әлфия Йәһүҙинә һәм Виктория Шарапова яуап бирәсәк.

Бөтә теләүселәр (347) 273-09-00 телефоны буйынса 15 сәғәттән алып 17 сәғәткә тиклем шылтырата ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть