Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Республика «Йәш Гвардия»ның яңы лидеры итеп Владимир Яковлев һайланды

Йәмғиәт

«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе итеп Владимир Яковлев һайланды. Ҡарар 23 августа «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» Башҡортостан төбәк бүлексәһенең отчет-һайлау конференцияһында ҡабул ителде. «Йәш Гвардия»ның төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, делегаттар берҙәм тауыш менән яңы лидерҙы һайланы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылдың мартында йәш гвардиясыларҙың төбәк бүлексәһенең отчет-һайлау конференцияһы уҙғарылды. Ултырыштың көн тәртибенә бер нисә мәсьәлә сығарылды, шул иҫәптән Төбәк штабы һәм Төбәк йәмәғәт советы ағзаларын раҫлау, зона округтары етәкселәре һайланды. Фекер алышыуҙа төп һорау «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе вазифаһына ваҡытлыса башҡарыусыны тәғәйенләү булды.

Мәскәүҙә Координация советында Владимир Яковлевтың кандидатураһын хуплауҙан һуң конференцияның икенсе этабын Өфөлә үткәрергә ҡарар ителде. 23 августа ҡарар раҫланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть