7 декабрь, Шаршамбы

25 август 2014 йыл, 15:55

Башҡортостанда 2924 һайлаусы теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы алды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ваҡытынан алда Башҡортостан Президенты һайлауҙарына егерме көн ҡалғас республиканың 2924 һайлаусыһы теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы алды, тип хәбәр иттеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында. Бланктарҙы 2014 йылдың 30 июлендә төбәктең территориаль һайлау комиссияларында бирә башланылар. Теркәүҙән төшөрөү таныҡлығын ваҡытынан алда Президент һайлауҙары кеүек, БР Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә депутат һайлауҙа ла: территориаль һайлау комиссияларында – 30 июлдән алып 3 сентябргә тиклем, участка һайлау комиссияларында – 4 сентябрҙән 13 тиклем алырға мөмкин. Бөтәһе 70 мең теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы әҙерләнгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, теркәүҙән төшөрөү таныҡлығын тауыш биреү көнөндә үҙ һайлау участкаһына килә алмаған һайлаусы алыуға хоҡуҡлы.

темалар: һайлауҙар-2014