Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

«Айыҡ ауыл-2014» конкурсында иң күп ҡатнашыусылар Иглин районынан

Йәмғиәт

«Айыҡ ауыл-2014» республика конкурсында ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың 46 районынан 162 ауыл биләмәһе заявка биргән. Иң күп ҡатнашыусыларҙы Иглин районы тәҡдим иткән – 12 ауыл. Муниципалитет ярышта ҡатнашыуҙа яҡшы тәжрибәгә эйә – былтыр Иглин районының Үктәй ауылы өс еңеүсенең берәүһе булды. Илеш районынан 11 ауыл биләмә, Баҡалынан – туғыҙ, Балтастан һигеҙе заявка биргән. Бындай мәғлүмәттәрҙе конкурсты ойоштороусыларҙың береһе – Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы килтерә.

Конкурстың төп маҡсаты – алкоголле эсемлектәрҙе эсеүҙе кәметеү өсөн йәмғиәттең һәм дәүләттең тырышлыҡтарын берләштереү. Ил халҡы өсөн иҫкәртеү лекциялары, семинарҙар, айыҡлыҡ дәрестәре үткәреү программаны тормошҡа ашырыуҙың төп нигеҙҙәренең береһе булып тора.

«Айыҡ ауыл» конкурсы Башҡортостан өсөн ғәҙәтигә әйләнде. 2013 йылда унда республиканың 40 муниципаль районынан 85 ауыл биләмәһе ҡатнашты. Бәйге барышында өс еңеүсе асыҡланды, уларға 200-шәр мең һум бирелде. Бынан тыш, өҫтәмә ун номинацияла иң яҡшы тип танылған ауылдар 40-шәр мең һум алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть