Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Тамыр» балалар телеканалының фильмы - «Евразия тауышы» бөтә Рәсәй фестивале призеры

Йәмғиәт

«Тамыр» балалар телеканалы төшөргән «Ҡолонҡай» фильмы Хакасияла уҙған «Евразия тауышы» милли тапшырыуҙарҙың Бөтә Рәсәй фестивалендә еңеүсе булды. Башҡортостан телевидениеһы хеҙмәткәрҙәренең эшен билдәле Рәсәй журналистары ингән жюри юғары баһаланы.

Бөтә илдән журналистар, операторҙар, режиссерҙар ҡатнашып ҡалырға ғына түгел, ә тәжрибә һәм ижади идеялар менән уртаҡлашырға йыйылған. Конкурсҡа 17 номинацияла 200-ҙән ашыу теле һәм радио эш ебәрелгән.

«Ҡолонҡай» фильмы бер юлы ике номинацияла – «Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы программа»ла һәм «Иң яҡшы оператор эше»ндә танылды.

Телевизор ҡараусылар фильмды 1 сентябрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 20 сәғәт 15 минутта ҡарай ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть