Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Туймазы районының Япрыҡ ауылы 295 йыллығын билдәләне

Йәмғиәт

Туймазы районының Япрыҡ ауылы үҙенең 295 йыллығын билдәләне. Әлеге ваҡытта Япрыҡ – райондың иң төҙөкләндерелгән, уңышлы һәм тотороҡло үҫешкән ауылдарының береһе. Эшҡыуарлыҡ ауылда әүҙем үҫеш алған. Район хакимиәте менән ауыл халҡының уртаҡ тырышлыҡтарына күрә төҙөкләндереү, тормош тәьминәте, социаль инфраструктураны үҫтереү мәсьәләләре уңышлы хәл ителә. Эш, белем биреү, ял итеү һәм сәләмәтләндереү өлкәһендә ауыл халҡының тормошон уңайлы итеү өсөн күп нәмә эшләнә.

295 йыл эсендә ауыл тарихында героик еңеү биттәре кеүек, ҡатмарлы хеҙмәт һынауҙары ла билдәләнгән. Ауыл үҙенең күренекле яҡташтары – Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, тыл хеҙмәтсәндәре, локаль һуғыштар осорода хәрби ваҡиғалар ҡатнашыусылары менән ғорурлана.

Япрыҡ ере районға, республикаға һәм илгә күп кенә уңышлы кешеләр – етәкселәр, төрлө һөнәр вәкилдәрен бүләк иткән. Япрыҡ ауылынан Ғәли Ғүмәров 1955-1959 йылдарҙа БАССР-ҙың мәҙәниәт министры булды. Туймазы районынан ситтә лә нефтсе Латыповтар, уҡытыусы Хәбибуллиндар, Нәсибуллиндар династиялары билдәле.

Ауыл халҡы бөгөн дә икмәк үҫтерә белгән, крәҫтиән эштәрен яҡшы башҡарған бик әүҙем, һәләтле, оҫта кешеләр.

Район хакимиәте вәкилдәре һәм байрамдың башҡа ҡунаҡтары билдәләүенсә, Япрыҡ ауылы артабанғы үҫеш һәм сәскә атыу өсөн яҡшы потенциалға һәм перспективаларға эйә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть