Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәк башлығы РФ Хөкүмәтенең ауыл хужалығы продукцияһын етештереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов, Курск өлкәһендә Дмитрий Медведев рәйеслегендә үткән, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «2014 йылда ураҡ эштәрен үткәреү барышы һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыу буйынса саралар тураһында»ғы мәсьәләләр буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты.

Көнбайыштың Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индереүенә яуап саралары күҙлегенән сығып илдең агросәнәғәт комплексы эштәренең перспективалары тикшерелде. Дмитрий Медведев агросәнәғәт комплексында айырыуса иғтибарҙы талап иткән өс йүнәлеште билдәләне. Уларҙың беренсеһе – орлоҡсолоҡ базаһын модернизациялау, ул илдә селекцияны тергеҙергә һәм импорт орлоҡтарҙы поставкалауҙан арынырға мөмкинлек бирәсәк. Икенсе йүнәлеш – баҡсасылыҡты һәм теплица йәшелсәселеген үҫтереү. Өсөнсө пункт – ауыл хужалығы продукцияларын һаҡлау өсөн логистик үҙәктәрҙе үҫтереү. Бынан тыш, РФ Хөкүмәте Рәйесе билдәләүенсә, һөт һәм ит етештереүҙе арттырыу буйынса яңы программалар кәрәк.

— Аграр секторҙың һөҙөмтәле эше – РФ Хөкүмәте һәм бөтә ил өсөн ҙур өҫтөнлөк ул, – тине Дмитрий Медведев. – Беҙҙең ауыл хужалығының үҙ үҫешендә сифатлы аҙым эшләү өсөн уникаль мөмкинселеге бар... Иң мөһиме, магазин кәштәләренең «Рәсәйҙә cыҡҡан» тип тамғаланған тауарҙар менән тулыуы.

Кәңәшмәлә әле илдә 66 миллион тонна иген йыйылыуы билдәләнде. Көҙгө баҫыу эштәренең тамамланыуына уңыш 100 миллион тоннанан артасаҡ тип күҙаллана. Ул ил ихтыяжын тәьмин итергә, һаҡлам тупларға һәм Рәсәй агросәнәғәт комплексының экспорт потенциалын арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть