7 декабрь, Шаршамбы

25 август 2014 йыл, 10:19

Рөстәм Хәмитов Күмертау авиация етештереү предприятиеһында булды

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә эш сәфәре барышында Күмертау ҡалаһында һәм Көйөргәҙе районында булды. Республика етәксеһе бер нисә предприятиены ҡараны, Рәсәйҙең Һауа флоты көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты, Кинйә Арыҫланов исемендәге музейҙа булды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Күмертауҙа Рөстәм Хәмитов Күмертау авиация етештереү предприятиеһын ҡараны. Осоу-һынау станцияһында республика етәксеһе осоу техникаһының яңы өлгөләре менән танышты. «Камов» конструкторҙар бюроһында әҙерләнгән, күп маҡсатлы вертолеттар заводтың төп продукцияһы булып тора. Бер күсәргә ултыртылған үҙенсәлекле винттар схемаһы менән машиналар эшкә һәләтлелеген, тотороҡлоҡто һәм экстремаль шарттарҙа идара ителешен һаҡлап ҡала, бындай осраҡтарҙа винты ҡойроҡта урынлашҡан ябай вертолеттар эшләй алмай. Предприятие Ка-27 (эҙләү-ҡотҡарыу), Ка-28, Ка-29 (транспорт-хәрби), Ка-32 (урта класлы күп маҡсатлы), Ка-31 (радиолокацион) вертолеттарын сығара.

Рөстәм Хәмитов предприятиены үҫтереү перспективалары, яңы авиация техникаһы төрҙәрен үҙләштереү пландары менән ҡыҙыҡһынды. Күмертау авиация етештереү предприятиеһы етәксеһе Виктор Новиков хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта әҙер вертолеттар сығарыуға өҫтәп предприятиела «Камов» ғаиләһе вертолеттары өсөн агрегаттар етештереүгә йүнәлтелгән инвестиция проекттары ғәмәлгә индерелә. Ка-62, Ка-52К вертолеттары өсөн йөрөтөүсе винттарҙың колонкаларын һәм Ка-62 вертолеты ҡалағын етештереү үҙләштерелә башланған. 2014 йылда, яҡшыртылған тактик-техник характеристикаларға эйә булған, Ка-226Т вертолетын сертификациялауҙы тамамлау планлаштырыла.

Һуңғы ике йылда халыҡ-ара һәм Рәсәй баҙарҙарында тотороҡһоҙ конъюктура менән бәйле предприятие килеме сығымдарҙы ҡапларға мөмкинлек бирмәгән продукцияны етештерә. Завод ветерандары менән әңгәмәлә Башҡортостан башлығы республиканың ҡала булдырыусы предприятиеға һәр яҡтан ярҙам күрһәтәсәге тураһында айырып әйтте.

— Заводты етерлек кимәлдә йөкмәтеү тураһында мәсьәлә менән ил етәкселәренә мөрәжәғәт иттем. Оборона министры менән Кумертау предприятиеһының продукцияһын артабан сығарыу кәрәклеге тикшерелде. Завод хәүеф зонаһында булмаҫҡа, тотороҡло эшләргә тейеш. Бының өсөн яңы заказдар эҙләргә, продукцияның төрлөлөгөн киңәйтергә, диверсификация менән шөғөлләнергә кәрәк. Был заводтың эшләйәсәгенә шигебеҙ юҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.

«Дуҫлык» ҡала үҙәгендә Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Һауа флоты көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Республика етәксеһе авиатөҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Көйөргәҙе районының Кинйә Абыҙ ауылында Рөстәм Хәмитов Кинйә Арыҫланов исемендәге музейҙы ҡараны һәм хеҙмәт ветерандары менән осрашты.

Эш сәфәре тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте рәсми сайтта уҡырға мөмкин.