Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала 19 урман хужалығы Украина ҡасаҡтарын эшкә урынлаштырырға әҙер

Йәмғиәт

Украина ҡасаҡтары республиканың урман хужалыҡтарында эшкә урынлаша ала, тип хәбәр итә Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Әлеге ваҡытта 19 урман хужалығы, үҙ илен ташлап китергә мәжбүр булған, 48 Украина гражданын эшкә алырға әҙер.

Тәҡдим ителгән эш урындары араһында – участка лесничийы, урман һағы инженеры, урман мастеры, лесничий ярҙамсыһы, шулай уҡ машина йөрөтөүсе, кадрҙар буйынса белгес, юрисконсультант, бухгалтер һәм башҡалар.

— Бөгөнгә Украинаның бер гражданын эшкә урынлаштырҙыҡ. Ул Башҡортостан Республикаһында Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәгендә диспетчер булып эшләйәсәк. Уға һәм уның ғаиләһенә был үҙәктең дөйөм ятағында бүлмә бирелде, — тип билдәләне министрлыҡтың хоҡуҡ һәм кадрҙар менән эшләү бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Ирина Сәйетова.

Урман хужалығы тәҡдим иткән вакантлы вазифалар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Өфөлә Шафиев урамы, 28 адресы буйынса урынлашҡан Украинанан мәжбүри күсеп килеүселәр менән эш итеү буйынса Берҙәм консультация үҙәгендә алырға мөмкин. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-919-140-24-47. Бынан тыш вакансиялар барлығы тураһында район халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә белергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть