Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Өфөнө үҫтереү йәмәғәт фонды журналистика өлкәһендә йәш таланттарҙы эҙләй

Йәмғиәт

Өфөнө үҫтереү йәмәғәт фонды «Үҫмер журналистар» һәм «Буласаҡ журналистар» конкурстарының башланыуы тураһында иғлан итте. Унда журналистика өлкәһендә үҫмер һәм йәш таланттар – мәҡәләләр яҙа, фоторепортаждар эшләй һәм видеороликтар төшөрә белгән мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорто, колледж студенттары ҡатнаша ала. Бының өсөн категорияларҙың («публицистика», «фото эш» йәки «видеоролик») берәүһен һайларға, эште башҡарып әҙерен 8 сентябргә тиклем ебәрергә кәрәк. Иң яҡшы эштәрҙең авторҙары Өфөлә 17-19 сентябрҙә үтәсәк «Бергәләп — балалар өсөн!» V Бөтә Рәсәй күргәҙмә-форумда балалар һәм студенттар матбуғат үҙәге ҡатнашыусылары булырға саҡырыу аласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт һәм конкурстың шарттары «Бәйләнештә» социаль селтәрендә Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды төркөмөндә күрһәтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть