Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре 42 фатир алды

Мәҙәниәт

Ағымдағы йылда республика бюджеты иҫәбенә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн 42 фатир алынған. Был хаҡта Өфөлә брифинг барышында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса проект республика Президенты тарафынан 2012 йылдың ноябрендә башлап ебәрелгән. Рөстәм Хәмитов йыл һайын был маҡсатҡа 50 миллион һум бүлергә тәҡдим итте.

Ағымдағы йылда Өфө артистары Кузнецов Затон биҫтәһендә 36 фатир алды. Торлаҡ айырыуса мохтаж һәм ҙур эш стажына эйә булған, үҙ милеге булмаған хеҙмәткәрҙәргә бирелде. Ҡайһы бер учреждениелар бер нисә өс бүлмәле фатир алып уны дөйөм ятаҡ итеүҙе өҫтөн күрҙе, шуның менән йәш белгестәрҙе беркетеү мәсьәләһен хәл итте.

Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре был проект сиктәрендә алты фатир алды. Үҙ белгестәрен баһалаған муниципалитет башлыҡтары уларҙы район бюджетынан торлаҡ менән тәьмин итте, тип билдәләне министр. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ете фатир Ҡырмыҫҡалы, алты Күгәрсен райондарында бүленгән. Шулай уҡ бер төркөм райондар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә бер-ике фатир бүлгән.

2013 йыл йомғаҡтары буйынса өлкәлә уртаса эш хаҡы 14 мең һум самаһы тәшкил итте, 2010-да ул 10 мең һумлап сыға ине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть