Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Таналыҡ йылғаһында гидротехник ҡоролманы йүнәтәсәктәр

Иҡтисад

Баймаҡ районында Таналыҡ йылғаһында гидротехник ҡоролманы капиталь ремонтлау буйынса эштәр башлана. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сара 2011-2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади үҫтереү урта сроклы комплекслы программа сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.

Таналыҡ йылғаһында быуа 1977 йылда төҙөлгән. Уның майҙаны 14 гектар тәшкил итә, күләме – 0,15 миллион кубометр.

Һыу ҡоролмаһын капиталь ремонтлау буйынса эштәрҙең дөйөм хаҡы 2,8 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Улар республика бюджетынан финанслана. Әлеге ваҡытта эштәрҙе башҡарыусы билдәләнгән. Гидротехник ҡоролманы капиталь ремонтлау буйынса проектты бойомға ашырыу 2015 йылда тамамланасаҡ, тип билдәләнеләр ведомствола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть