10 декабрь, Шәмбе

22 август 2014 йыл, 14:56

Баш ҡалала иң яҡшы тракторсыны билдәләнеләр

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Екатерина Чакина

Өфөнөң торлаҡ предприятиелары тракторсылары «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре» конкурсында ярышты. Зона этабы Михайловкала 83-сө лицейҙа үтте.

Конкурста Өфөнөң Калинин, Дим, Орджоникидзе, Совет, Ленин, Октябрь һәм Киров райондарынан һигеҙ вәкил ҡатнашты. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа ярыштың район эсендәге этап еңеүселәре булып тора.

Үҙ оҫталығын раҫлар өсөн тракторсыларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләре, тракторҙың ҡоролошо һәм хеҙмәт һағы буйынса тест һорауҙарына яуап бирергә, ә һуңынан практик өлөшкә күсергә кәрәк булды. Оҫталар тағылма менән тракторҙа йөрөп күрһәтте.

Бөтә эштәрҙе үтәү һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Рәзиф Фәррәхов (Ленин районы торлаҡ хужалығы идаралығы), икенсене Рәмил Аҡбаров (Совет районы торлаҡ хужалығы идаралығы), өсөнсөнө Риф Мөҙәрисов (Киров районы торлаҡ хужалығы идаралығы) яуланы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 26 августа иретеп йәбештереүселәрҙең, слесарь-сантехниктарҙың, электромонтерҙарҙың, балта оҫталары һәм түбә ябыусыларҙың ярыштары үтәсәк. 27 августа практик эште урам һепереүселәр башҡарасаҡ.

Республика конкурсының зона этабы ҡатнашыусыларын бүләкләү тантанаһы 29 августа Химиктар Мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ. Еңеүселәр ярыштың финалында «БР иң яҡшы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре» исеменә көс һынашасаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән.