Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

22 август – Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнө

Йәмғиәт

22 августа Рәсәйҙә Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Был көндө 1991 йылда Мәскәүҙә Аҡ йорт өҫтөндә беренсе тапҡыр рәсми рәүештә, дәүләт символы булып торған ураҡ һәм сүкеш менән ҡыҙыл байраҡты алмаштырған, өс төҫлө Рәсәй флагы күтәрелә. Был ваҡиғанан һуң өс йыл үткәс Рәсәй Президенты Дәүләт флагы көнөн байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуя.

Тәүге тапҡыр аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл флаг Алексей Михайлович батшалыҡ иткәндә, 1668 йылда Голландия инженеры Давид Бутлер төҙөгән, «Бөркөт» беренсе рус хәрби кораблендә күтәрелә.

Әммә триколорға нигеҙ һалыусы тип, 1705 йылдың 31 ғинуарында Указ сығарған, Петр I танылған. Уға ярашлы «төрлө сауҙа судноларында» аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл флаг күтәрергә тейештәр. Петр I үҙе туҡыманың өлгөһөн төшөргән һәм горизонталь һыҙаттарҙың тәртибен билдәләгән.

Ғәҙәттә байрамға Башҡортостанда күп кенә саралар арнала – тантаналы атлауҙар, төрлө акциялар, йәштәр флешмобтары, вело һәм автойөрөштәр.

Теги: байрамдар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть