Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре башлана

Иҡтисад

23 августан алып 2 ноябргә тиклем Өфөлә ғәҙәттәгесә ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙасаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Һәр шәмбе һәм йәкшәмбе ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр, республиканың фермер һәм ярҙамсы хужалыҡтары өфөләргә ит һәм һөт ризыҡтарын, йәшелсә, картуф, бал һәм башҡа ауыл хужалығы продукттарын тәҡдим итәсәк.

Ҡала хакимиәте тарафынан йәрминкәләр уҙғарыу һәм уларҙа райондарҙың урынлашыу урындары билдәләнгән.

Дим районында сауҙа Правда урамы буйлап Таллин урамынан алып М. Йәлил урамына тиклем  автомобиль юлы эргәһендә ойоштороласаҡ.

Киров районында ауыл хужалығы йәрминкәһе Эшсе хәбәрселәр урамындағы майҙанда эшләйәсәк.

Калинин районында йәрминкә бер үк ваҡытта дүрт урында барасаҡ: Интернациональ урамы буйындағы майҙансыҡта Машиналар эшләүселәр урамы менән киҫешкән урында, Мушников урамы буйлап 20-се йорт алдында, «Шаҡша» сауҙа-сервис комплексы янында һәм «Меркурий» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Юлдаш» сауҙа-йәрминкә комплексында.

Орджоникидзе районында бер нисә майҙансыҡ асыласаҡ: Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы алдында, «Тирәктәр» сауҙа йорто һәм «Меркурий» сауҙа үҙәге алдындағы майҙандарҙа,  «Урал» һәм «Лопатин» сауҙа-сервис комплекстары эргәһендә.

Октябрь районында йәрминкәләр «Гагарин» сауҙа-сервис комплексы эргәһендә һәм Спорт һарайы алдында үтәсәк.

Был аҙнала, 23 августа, Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда «Иглин һуғаны, Иглин балы-2014» йәрминкәһе уҙасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть