9 декабрь, Йома

22 август 2014 йыл, 11:50

Йәштәр командалары араһында хоккей буйынса Донъя кубогы-2014 Өфөлә

автор: Дмитрий Слезин

Йома, 22 августа, Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса Донъя кубогы-2014 башлана.

Ун команда «Өфө-Арена» һәм Спорт һарайы боҙонда планета Кубогында ҡатнашасаҡ.

«А» («Өфө-Арена») төркөмөндә киләһе командалар уйнаясаҡ:

1.«Толпар» (Өфө)

2.«Кейп-Бретон Скриминг Иглз» (Канада)

3.«Пираты Хомутов» (Хомутов, Чехия)

4.«Динамо-Шинник» (Беларусь, Бобруйск)

5.«Эспо» (Финляндия).

Спорт һарайында «Б» төркөмө көс һынашасаҡ:

1.«Су-Сити» (АҠШ)

2.«Спартак»  йәштәр хоккей клубы (Мәскәү)

3.«Мальме» (Швеция)

4.«Ред Булл» (Зальцбург, Австрия)

5.«Рига» хоккей клубы (Латвия).

Рәсми рәүештә асыу тантанаһы 20 сәғәткә «Өфө-Арена»ла билдәләнгән, унан һуң боҙға турнирҙың хужаһы «Толпар» Белорустың «Динамо-Шинника» командаһына ҡаршы сығасаҡ.

Кубоктың тәүге ҡара-ҡаршы торошо – Спорт һарайында, бында 13 сәғәттә «Мальме» менән «Рига» хоккей клубы көрәш башлаясаҡ.

15 сәғәттә «Өфө-Арена»ла эстафетаны «Пираты Хомутов» командаһы менән Финляндияның «Эспо»һы дауам итәсәк.

17 сәғәттә Спорт һарайында Австрияның «Ҡыҙыл үгеҙҙәре» менән АҠШ-ның «Су-Сити»һының сәкәндәре осрашасаҡ.