9 декабрь, Йома

22 август 2014 йыл, 10:56

Республика етәксеһе Йәрмәкәй районында урып йыйыу эштәренең барышы менән танышты

автор: ИА «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

21 августа Рөстәм Хәмитов республика буйынса эш сәфәре барышында Йәрмәкәй районында булды. Республика етәксеһе урып йыйыу эштәренең барышы менән танышты, яңы юл техникаһының өлгөләрен ҡараны һәм автомобиль юлының төҙөлөшөн тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

8-се Март исемендәге ауыл эргәһендә Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан иген компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең иген келәтендә – райондың иң эре ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәренең береһендә булды. Фермерҙар 8,85 мең гектар ерҙә иген һәм майлы культуралар үҫтереү менән мәшғүл.

Хужалыҡтың генераль директоры Илдар Разетдинов бында көнөнә 300-шәр гектарҙан иген культураларын урыуҙарын хәбәр итте. Бөтә уңышты йыйып алыу өсөн 30 аяҙ көн кәрәк. Фермер ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ураҡ эшен тамамлауҙа ҡыҙыҡһыныуын раҫланы, сөнки ныҡ бешкән иген ҡойола һәм юғалтыуҙар барлыҡҡа килә.

Республика етәксеһе иген урыу динамикаһына борсолоуын белдерҙе һәм Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығына урып-һуғыу кампанияһын ҡулай агротехник ваҡытта тамамларға бурыс ҡуйҙы.

Хужалыҡта бөтәһе 92 кеше эшләй, йыл башынан алып уртаса эш хаҡы 26,8 мең һум тәшкил итә. Әммә ауыл халҡының юғары кимәлдәге эш хаҡы миҙгелле эштәр ваҡытында ғына була. Мәҫәлән, февралдә эшсәндәр минималь эш хаҡын – 5,5 мең һум ала.

Хужалыҡ эксперименталь булып һанала. Уның интенсив үҫеше 2010 йылда, бында инвестор килгәндән алып башлана. Ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға ғына 483 миллион һум бүленгән.

Башҡортостан башлығының аграрийҙар менән осрашыуы барышында шәхси мөлкәттә булған иген өсөн элеваторҙар һәм киптергестәртәрҙең етешмәү мәсьәләһе тикшерелде. Уларҙың хеҙмәте менән ҡулланырға республиканың бөтә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәренең дә хәленән килмәй.

Артабан Рөстәм Хәмитов Йәрмәкәй районының Спартак һәм Оло Зиңгәрәй ауылдарын тоташтырасаҡ автомобиль юлының төҙөлөш барышын тикшерҙе. Асфальт менән ҡапланасаҡ трассаның оҙонлоғо 7,8 километр, киңлеге 10 метр тәшкил итәсәк. Трасса 10 тоннаға тиклем ауырлыҡты күтәрәсәк.

Эштәр «Рәсәйҙең транспорт системаһын үҫтереү» (2010-2020 йылдар) федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә алып барыла. Төҙөлөштөң хаҡы 123 миллион һум, уларҙың 50 миллионы федераль бюджеттан, ҡалғаны Башҡортостан бюджетынан бүленә. Юлды 2015 йылда асырға планлаштыралар. Был федераль маҡсатлы программа буйынса Башҡортостандың 30 торама пунктына юлдар һалынасаҡ. Тағы ла 50-гә инә торған юлдар эшләргә планлаштырыла.

Автомобиль юлын төҙөү урынында Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда етештерелгән яңы юл техникаһы менән танышты. Бында, Ишембайҙа «Витязь» машиналар эшләү компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә сығарылған, бульдозер һәр грейдер күрһәтелгәйне. Әлегә предприятиела бөтәһе өс бульдозер йыйылған, әммә йыл һуңына тиклем конвейерҙан тағы ла 20 машина сығасаҡ. Бер аҙҙан Ишембайҙа бульдозерҙар, грейдерҙар, ә киләсәктә тракторҙар етештереүҙе локалләштерергә планлаштыралар.