7 декабрь, Шаршамбы

22 август 2014 йыл, 9:33

Рөстәм Хәмитов «Мин – граждан» йәштәр форумы ҡатнашыусылары менән осрашты

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

Рөстәм Хәмитовтың «Мин – граждан» V йәштәр форумы ҡатнашыусылары менән осрашыуы Бәләбәй районында, «Аҡсарлаҡ» балаларға белем биреү үҙәгендә уҙҙы.

Форумға 500-ҙән ашыу кеше килгән. Форумдың маҡсаты – йәштәр сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен, бизнес һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тикшереү. Ҡатнашыусылар «Йәштәр эшҡыуарлығы», «Йәмәғәт контроле», «Мин — ирекмән», «Мин спортты һайлайым», «Арт-квадрат», «Инфопоток», «Дини нигеҙҙәр» кеүек профилле майҙансыҡтарҙа шөғөлләнә.

— Заманалар ябай түгел. Беҙгә үҙебеҙҙең бөтә «фекерләү эшмәкәрлеген» илебеҙ, иҡтисад эргәһендә барған ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын табыу өсөн тупларға тура килә, — тип мөрәжәғәт итте форумда ҡатнашыусыларға Рөстәм Хәмитов. — Донъя иҡтисады үҙен эҙмә-эҙлекле тотмай. 2008-2009 йылдарҙағы көрсөк күренештәре артта ҡалған һымаҡ тойола ине. Был улай түгел. Ҙур иҡтисади үҫеш юҡ. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһында иҡтисади үҫеш ҙур түгел. Сәнәғәт производствоһы индексы 102 процент самаһы. Ул бик күп түгел, беҙ 5-7 процентҡа иҫәп тотҡайныҡ, әммә улай килеп сыҡмай. Килеп сыҡмай, сөнки баҙарҙар ҡыҫыла, бөгөнгө иҡтисади хәл, башҡа үҫеш варианттарына ҡарағанда, стагнацияға яҡын. Шул уҡ хәл илдә лә бара. Беҙгә икенсе төрлө үҫеш парадигмаһы, хәлебеҙҙе ҡайтанан ҡарау кәрәк. Берҙәй хәл итеү ысулдарын табып, иҡтисади хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрһен өсөн тейешенсә эшләү мотлаҡ.

Йәштәрҙең әүҙемлеге, динамика, һеҙҙең ҡеүәтле эшегеҙ кәрәк. Һеҙҙең потенциалығыҙ ысынында иһә ил үҫешенә йәлеп ителмәгән әле. Һеҙ лидер булырға тейеш.

темалар: форум