8 декабрь, Кесе йома

21 август 2014 йыл, 17:42

Республикала тәүге исемле һайлау участкалары барлыҡҡа килде

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостанда тәүге исемле һайлау участкалары барлыҡҡа килде. Бының тураһында ҡарар кесе йома, 21 августа, республика Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышы барышында ҡабул ителде.

Бындай яңылыҡтың төп маҡсаты – һайлаусыларҙың иғтибарын Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең тарихына йәлеп итеү, граждандарҙың һайлау әүҙемлеген күтәреү, йәш һәм киләсәк һайлаусыларҙа һайлауҙарҙа ҡатнашыуға яуаплы ҡараш булдырыу.

Тауыш биреү өсөн участкалар дәүләт, йәмәғәт, сәйәси, хәрби эшмәкәрлектә, мәҙәниәт һәм сәнғәт, спорт, үҫеш һәм һайлау системаһын камиллаштырыу өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға эйә булған кешеләрҙең исемдәрен йөрөтәсәк.

Тәүге исемле һайлау участкалары статусына Әбйәлил районы Асҡар ауылында 767-се һайлау участкаһы – Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың, Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылында 2316-сы һайлау участкаһы – генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовтың һәм Бәләбәй районы Надеждин ауылында 1222-се һайлау участкаһы Сергей Аксаковтың исеменә эйә булды.

Һайлау участкаһына исем биреү тураһында үтенес менән республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына БР Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары, республиканың дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, территориаль һайлау комиссиялары, Өфөнөң һайлау комиссияһы, шулай уҡ Башҡортостан территорияһында эшләп килгән сәйәси партияларҙың һәм ижтимағи ойошмаларҙың төбәк һәм урындағы бүлексәләре мөрәжәғәт итә ала.