Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Белем» йәмғиәте коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға президент гранттары буйынса консультация үткәрәсәк

Йәмғиәт

Башҡортостандың «Белем» йәмғиәте социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалар етәкселәре һәм активистары өсөн Рәсәй Президенты гранттарына конкурс буйынса бушлай шәхси консультациялар үткәрәсәк.

Консультацияны БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, «Белем» йәмғиәте Идараһы рәйесе Сергей Ширинкин уҙғарасаҡ.

Яҙылыу (347)282-46-82 телефон һандары аша йәки Йәмғиәт сайтында.

Заявкалар ял һәм байрам көндәренән тыш көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем 2014 йылдың 19 сентябренә киске сәғәт 6-ға тиклем ҡабул ителә.

Конкурс йомғаҡтары 22 октябргә тиклем иғлан ителәсәк һәм Рәсәй Йәмәғәт палатаһы сайтында урынлаштырыласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт конкурстың рәсми порталында күрһәтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть