8 декабрь, Кесе йома

21 август 2014 йыл, 16:44

Башҡортостанда «Мин — граждан-2014» йәштәр форумы асылды

автор: Екатерина Соколова

Бәләбәй районының «Аҡсарлаҡ» балалар лагерында барған, «Мин — граждан-2014» йәштәр өсөн белем арттырыу форумына 16 йәштән алып 35 йәшкә тиклемге 500 самаһы активист йыйылған. Өс көн дауамында улар йәштәр сәйәсәтен үҫтереү буйынса үҙ проекттарын тәҡдим итәсәк. Форумды асыу көнөндә «Башҡортостан Селигеры» ҡатнашыусылары алдында лекциялар менән БР Дәүләт Йыйылышы  Рәйесе Константин Толкачев һәм БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков сығыш яһаны.

Һуңынан форумдың ете уҡытыу майҙансыҡтары – «Йәштәр эшҡыуарлығы», «Йәмәғәт контроле», «Мин — ирекмән», «Мин спортты һайлайым», «Арт-квадрат», «Инфопоток», «Дини нигеҙҙәр» менән таныштырҙылар. Һәр ҡатнашыусы үҙенә хас булған һәм шуның буйынса ныҡлап эшләйәсәк йүнәлеште һайланы.

— Йәштәр майҙансығының төп идеяһы – социаль технологияларҙы күрһәтеү һәм үҙ башланғыстарын алға этәреүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү, — тип билдәләне «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Йәштәр гвардияһы»ның төбәк штабы начальнигы Владимир Яковлев.

Форум 23 авгусҡа тиклем барасаҡ. Уның ҡатнашыусылары йәштәр сәйәсәтен үҫтереүҙең һәм йәштәрҙең башланғыстарына ярҙам итеүҙең төп йүнәлештәрен, милләт-ара һәм граждандар берҙәмлеген нығытыу, республика территорияһында федераль йәштәр проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерәсәк һәм ижтимағи ойошмалар эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләрендә йәштәр менән эш итеү технологияларын һөҙөмтәле индереү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.

Эксперттар сифатында «Мин — граждан» форумына Дәүләт Думаһы депутаттары, БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, республиканың алдынғы ғалимдары һәм политологтары саҡырылған.