Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә беренсе «Әсә һәм бала» дәүләт дарыуханаһы асылды

Йәмғиәт

«Әсә һәм бала» беренсе дәүләт дарыуханаһы Башҡортостанда әсәлек һәм балалыҡҡа социаль ярҙам итеү сиктәрендә асылды. Ул Өфөлә Батыр урамы, 8 адресы буйынса урынлашҡан.

БР «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры Айрат Абхаликовтың әйтеүе буйынса, бында һигеҙ меңдән ашыу төр продукция тәҡдим ителгән. Шул иҫәптән ике мең самаһы – ҡатындар һәм балалар өсөн. Медицина препараттарынан тыш, сәләмәтлекте нығытыу, матурлыҡты һаҡлау өсөн саралар төрлөлөгөнә бай.

«Әсә һәм бала» дарыуханаһында һатып алыусылар балаларҙы һәм йөклө ҡатындарҙы дауалау өсөн бөтә нәмәләр, поливитаминдар таба аласаҡ. Бынан тыш, төрлө йәштәге балалар өсөн тәрбиәләү кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек, шулай уҡ дауалау косметикаһы бар.

Дарыуханала профессиональ хеҙмәткәрҙәр эшләй, улар һәр саҡ аҡыллы кәңәш бирәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть