7 декабрь, Шаршамбы

21 август 2014 йыл, 12:53

Төбәктә 900 мең тоннанан ашыу яңы уңыш һуғып алынған

автор: Илья Спиридонов | фото: Олег Яровиков

Иген урып йыйыу кампанияһы барышында Башҡортостанда 904 мең тонна яңы уңыш һуғып алынған, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Мәләүез районы аграрийҙары, 70 мең тоннаға яҡын иген урып, иң ҙур өлөш индергән. Бында шулай уҡ иң юғары уңдырышлылыҡ билдәләнә. Шулай итеп, ужым культуралары гектарынан 28,2 центнер (республика буйынса уртаса уңдырышлылыҡ – гектарынан 14,9 центнер), борсаҡ — 19,2 центнер (17,2 ц), арпа – 23,7 центнер (17,3 ц), һоло – 24,5 центнер (14,1) бирә.

Бөтәһе республика буйынса ашлыҡ 642 мең гектарҙа урылған (пландың 36 проценты), 595 мең гектарҙа (33 процент) һуғылған. Ужым 458 мең гектарҙа (93 процент), борсаҡ – 18,1 мең гектарҙа (54 процент), арпа – 62,4 мең гектарҙа (16 процент), һоло – 43 мең гектарҙа (29 процент) һуғылған.