3 декабрь, Шәмбе

21 август 2014 йыл, 11:57

Башҡортостанда планлы-баҙар иҡтисады элементтары үҫешәсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостанда иҡтисадты булдырыуға планлы-баҙар алымы варианттары индереләсәк. Был хаҡта Рөстәм Хәмитов «Эксперт» журналына интервьюла һөйләне.

— Беҙ республикабыҙҙа үҫеш пландарын формалаштырыу ҡарашынан эре һәм уртаса бизнес менән тығыҙ үҙ-ара эш итеүгә күсәбеҙ, планлы-баҙар иҡтисады элементтарын индерәбеҙ. План, стратегия – ул нигеҙҙәрҙең нигеҙе. Ҡайһы берәүҙәргә был алым оҡшамай, йәнәһе лә, урындағы властҡа отчет бирмәйәсәкбеҙ. Беҙгә отчет кәрәкмәй, әммә уныһы ла мөһим, беҙгә бергәләп төбәкте үҫтереү стратегияһы кәрәк. Мәҫәлән, «Газпром» структуралары даими рәүештә беҙҙән киләсәктә газ менән тәьмин итеү өсөн территорияны үҫтереү планын һорай, ә беҙ уны, ошо планды йыш ҡына дөрөҫ эшләй ҙә алмайбыҙ – сәнәғәтселәрҙән, төҙөүселәрҙән мәғлүмәт етмәй. Планлаштырыу биләмәне үҫтереүҙе тиҙләтеү өсөн күберәк мөмкинлектәр бирә. Стратегик көйләү – ҡеүәтле инструмент һәм уның менән ҡулланырға кәрәк. Был йәй «Рәсәй Федерацияһында стратегик планлаштырыу тураһында» Федераль закон ҡабул ителде, киләсәктә «Сәнәғәт сәйәсәте тураһында»ғы закон тора. Был бик кәрәкле документтар, үҙ ваҡытлы. Тик уларҙың эшләүе һәм көйләүселәр сылбырында төбәктәрҙең дә булыуы талап ителә. Төбәктәрһеҙ сәнәғәт производствоһын үҫтереп булмаясаҡ, — тип үҙ фекерен белдерҙе журналға интервьюла Рөстәм Хәмитов.