10 декабрь, Шәмбе

21 август 2014 йыл, 11:12

Республика башлығы UrbanБайрам ҡала төҙөлөшө форумы эксперттары менән осрашты

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

20 августа республика Йортонда Рөстәм Хәмитов UrbanБайрам икенсе ҡала төҙөлөшө форумы эксперттары менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Башҡортостан ҡалаларының стратегик үҫеше, сифатлы ҡала мөхитен булдырыу, транспорт системаһының һөҙөмтәлелеген арттырыу мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

— Республика етәксеһе вазифаһында эшләй башлағандан алып мин һәр ваҡыт кешеләрҙең йәшәү сифатын арттырыу темаһына иғтибар иттем, ул иһә эш хаҡын арттырыу, балалар баҡсаларында урындар булдырыу мәғәнәһендә генә түгел, ә кешеләребеҙ йәшәгән мөхит сифатына ла. Уның илдә лә, республикала һәм Өфөлә лә бик яҡшы булмауы күренеп тора ине. Ял итеү зоналары булмағанлыҡтан, ҡала мөхитенең кешеләргә бер туҡтауһыҙ баҫымы сәбәпле ҡала эсендә, хатта ҡасабала йөрөгөндә лә ҙур ҡыйынлыҡтар кисерәбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Уның әйтеүе буйынса, «кешеләргә ял итергә, ғаилә менән ваҡыт уҙғарырға урындар юҡ».

— Әлбиттә, был граждандарҙы бик асыуландыра һәм һөҙөмтәлә насар хеҙмәт етештереүсәнлегенә килтерә. Был хаҡта күп һөйләргә була, әммә дуҫтарса, уңайлы ҡала мөхите властҡа йәки яҡшы эшләргә кәрәк тигән өндәүҙәргә ҡарағанда күберәк һөҙөмтә бирә, — тип билдәләне республика башлығы.