10 декабрь, Шәмбе

21 август 2014 йыл, 10:17

Рөстәм Хәмитов: «Бөтә йүнәлештәр буйынса әүҙем һәм хәрәкәтсән эшләйәсәкбеҙ»

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

20 августа Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2014 йылдың тәүге ярты йыллығына төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше тикшерелде һәм уға анализ яһалды.

— Тәүге ярты йыллыҡтағы эш хаҡында һөйләгәндә, 2014 йылдың ябай башланмауын билдәләп үтергә кәрәк. Донъя һәм Рәсәй иҡтисады үҫеше темптарының дөйөм түбәнәйеүенә ҡарамаҫтан, ил башҡа етди ҡаршылыҡтар менән осрашты. Ул – күрше Украина территорияһындағы ҡораллы конфликт, уның артынса АҠШ-ның һәм Евросоюздың Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индереүе, Рәсәйгә эркелгән ҡасаҡтар ағымы, — тине Рөстәм Хәмитов.

Был тышҡы факторҙарға ҡарамаҫтан, республиканың иҡтисады бөгөнгә тотороҡло ҡала. «Төп үҫеш күрһәткестәре буйынса уртаса Рәсәйҙекенән алда барабыҙ», — тип айырып әйтте төбәк башлығы.

Ул республиканың тулайым төбәк продуктының алты айҙа 1,5 процентҡа, илдең эске тулайым продуктының 1 процентҡа артыуын билдәләне.

Сәнәғәт производствоһы республикала ике тапҡырға тиерлек, Рәсәйҙә 1,5 процентҡа үҫкән. «Республика үҙенекен, тәү сиратта нефть эшкәртеүҙә, нефть химияһында, химияла, айырыуса аҙ тоннажлы производствола юғары дәрәжәлә эшкәртелгән продукция сығара ала һәм шулай итергә тейеш тә», — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Бюджет тураһында һөйләгәндә республика етәксеһе, «йыл башынан алып хәл ябайҙан түгел», тип хәбәр итте. «Әммә июлдән алып шарттарҙы яҡшыртып үҫеш юлына сыға алдыҡ. Хәҙер беҙ уртаса Рәсәй күрһәткестәре кимәлендә һәм Волга буйы федераль округының уртаса һандарынан юғарыраҡ торабыҙ. Республиканың берләштерелгән бюджеты бөтәһе 73 миллиард һумға тулыланған. Ул былтырғыға ҡарағанда биш процентҡа тиерлек күберәк».

Уның әйтеүе буйынса, «көҙгө баҫыу эштәренән һуң агросәнәғәт комплексынан юғары күрһәткестәр көтәбеҙ». «Әлегә етештереү индексы 101,6 процент тәшкил итә. Хәҙер аграрийҙар өсөн төп бурыс – үҫтерелгән уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу, эшкәртеү буйынса булған мөмкинлектәребеҙҙе файҙаланыу. Һәм артабан – продукцияны ваҡытында һатыуҙы тәьмин итеү, шул иҫәптән илдең башҡа төбәктәрендә лә».

Шулай уҡ агросәнәғәт комплексында, аҙыҡ-түлект етештереүҙә, сауҙала мөһим аспект тип төбәк башлығы хаҡтарҙың нигеҙһеҙ үҫешен булдырмауҙы атаны.

«Аҙыҡ-түлек импортын сикләү шарттарында бында ғөмүмән башҡа динамика талап ителә, комплекслы һәм системалы эш кәрәк. Үҙебеҙҙең сауҙа селтәрҙәренең булыуы зарур. Бик ҙур федераль структуралар насос һымаҡ бюджет һәм шәхси аҡсаларҙы: тиҫтәләгән, йөҙләгән миллиард һумды һурып ала. Беҙҙең баҙарҙың күләме илдә 5-6-сы урынды биләй. Йыллыҡ сауҙа 700-730 миллиард һум күрһәткестәренә барып етә. Был аҡсалар шул иҫәптән ситкә лә китә. Тиҫтәләгән, йөҙләгән сауҙа нөктәләренә эйә булған республиканың структуралары ла бар. Әммә бөтәһе лә тарҡау эш алып бара, һәр кем быны үҙенә ярашлы булдыра һәм эшләй».

Торлаҡ төҙөлөшөнә ҡағылып Рөстәм Хәмитов, беҙ былтырғы уңышты ҡабатлай алабыҙ, тип билдәләне. Тәүге ярты йыллыҡтың йомғаҡтары буйынса миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән.

«Әммә билдәләп үтергә кәрәк, бөтә сафҡа индерелгән күләмдең өстән ике өлөшө – ул шәхси йорттар. Күп ҡатлы торлаҡ беҙҙә – бик ҡиммәт», — тине төбәк башлығы.

«Ул эконом-класлы торлаҡ төҙөргә белмәүебеҙ хаҡында һөйләй. Ярай «бизнес-класлы» йәки «юғары уңайлыҡтары булған торлаҡ»ты яҡшы итеп төҙөһәләр ине. Кәкре, ҡыйыш, ремонтһыҙ, шау-шыу, ғауға менән – һеҙ барығыҙ ҙа бындай осраҡтарҙы, бындай объекттарҙың нисек төҙөлгәнен, ниндәй квалификацияларын беләһегеҙ. Яҡшы торлаҡ тигән булып төҙөлөп бөтмәгән, инфраструктураһыҙ, етешһеҙлектәр менән йорттар һатыла. Ҡала мэрҙарына, район башлыҡтарына бындай йорттарҙы ҡабул итеүҙе ҡәтғи тыям. Был ҡағиҙә булырға тейеш», — тигән бурыс ҡуйҙы Рөстәм Хәмитов.

Ул шулай уҡ үҫеште тотҡарлаған тағы ла бер мәсьәләгә – эш хаҡы үҫешенең түбән темптарына иғтибар итте. «Уның уртаса күләме ни бары номиналь күрһәткестә ете, ғәмәлдә ярты процентҡа ҡына артып, 23 мең 600 һум тәшкил итә. Рәсәй Федерацияһында уртаса эш хаҡы 30 мең һумдан уҙған. Дөйөм алғанда ил буйынса үҫеш анығыраҡ булды. Эш хаҡының үҫеше – ул хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешенең иң мөһим факторы, ул файҙаланыу ихтыяжын арттырыу аша иҡтисадҡа ҙур өлөш индереү һәм бында экономияларға ярамай».

«Бер төркөм ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, дөйөм алғанда тәүге ярты йыллыҡ яҡшы тамамланды», — тине Рөстәм Хәмитов. Инвестициялар 100 миллиард һум тиерлек тәшкил итте, ул уҙған йылдың тәүге ярты йыллығына ҡарағанда 11 процентҡа күберәк. Тышҡы сауҙа әйләнеше, 7 миллиард долларҙы уҙып, 20 процентҡа артты. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,2-нән 1,1 процентҡа тиклем кәмене. Тыуым арта, үлем кәмей. 30 меңгә яҡын бала тыуҙы. Миграция үҫешен иҫәпкә алыу менән республика 2,5 мең кешегә артты.