3 декабрь, Шәмбе

11 июль 2014 йыл, 17:35

Республика етәксеһе Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

11 июлдә Өфөлә Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республика башлығының рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, ордендар, исемдәр, рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары менән төрлө иҡтисад тармағында һәм социаль өлкәлә 47 белгестең һөнәри ҡаҙаныштары билдәләнде.

— Һеҙ йәштәр, үҙегеҙҙең коллективтарығыҙ өсөн өлгө булып тораһығыҙ. Үҙегеҙ тирәләй ижади атмосфера булдыраһығыҙ, ул бөтәһен дә тиерлек күңел биреп эшләргә саҡыра. Бөтәһен дә үҙенең эшен намыҫлы һәм лайыҡлы башҡарырға дәртләндерә. Мин быны ысын күңелдән һөйләйем. Был дежур һүҙҙәр түгел. Бөгөн һеҙҙең менән осрашып нимә уйлағаныбыҙҙы һөйләргә тейешбеҙ. Мин ихлас күңелдән һөйләйем һәм һеҙгә тағы ла бер тапҡыр эшегеҙ өсөн рәхмәт әйтәм, — тип мөрәжәғәт итте тантананың сәбәпселәренә Рөстәм Хәмитов.

— Беҙ яҡшы, уңышлы республикала, матур ҡалала йәшәйбеҙ. Хәл ителмәгән мәсьәләләребеҙ байтаҡ, әммә уға ғына айырым иғтибар бүлергә кәрәкмәй. Ғүмеребеҙ берәү генә. Һәм беҙ уны гел генә негатив «һүрәткә» әйләндерергә тейеш түгел. Барыбыҙҙың да ғаиләһе,  яҡындары,туғандары бар. Эргәбеҙҙә булған кешеләрҙә оптимизмды һаҡларға тейешбеҙ. Көслө кешеләребеҙ, яҡшы ҡаҙаныштарыбыҙ барлығы тураһында һөйләү зарур. Быны эшмәкәрлегебеҙҙең төп мәғәнәһе итергә ярамай. Әммә үҙеңде кәмһетергә лә кәрәкмәй. Шуға күрә, хөрмәтле хеҙмәттәштәр, һеҙ шул иҫәптән йәмғиәттәге мөхит, тирә-яғыбыҙҙа, эш урындарында, хеҙмәт коллективтарында нимә барғаны өсөн дә яуаплыһығыҙ, — тип айырып әйтте Башҡортостан етәксеһе.

темалар: бүләкләү