8 декабрь, Кесе йома

11 июль 2014 йыл, 16:45

Рөстәм Хәмитов Рәсәй почтаһы көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

11 июлдә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Рөстәм Хәмитов Рәсәй почтаһы көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.

Ул республиканың федераль почта элемтәһе идаралығы – «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

— Предприятиеғыҙҙың хеҙмәткәрҙәре юғары һөнәри һәм кешелек сифаттары, белдеклелеге һәм эшһөйәрлеге менән республика халҡының юғары абруйын һәм ышанысын яуланы. Республиканың «Рәсәй почтаһы» филиалында – илдә иң ҙурында – 10 мең самаһы кеше эшләй. Уларҙың яртыһы тиерлек – почта таратыусылар. Был ысын хеҙмәтсәндең, намыҫлы һәм «ҡайышлы ҡалын сумка менән» юғары кимәлдә яуаплы кешенең иҫ киткес образы беҙгә бала саҡтан бик яҡын. Филиал хеҙмәткәрҙәре ай һайын алты миллиондан ашыу хат, бандероль һәм посылканы ҡабул итә, илтә, эшкәртә һәм адресаттарға алып бара. Беҙҙең республикала дүрт миллион кеше йәшәй. Бер кешегә бер ярым ебәрелгән әйбер тәшкил итә. Шуның менән бер рәттән һеҙ әүҙем логистик инфраструктураны камиллаштыраһығыҙ, ҡул эшенең өлөшөн кәметәһегеҙ, заманса мәғлүмәт технологияларын ҡулланаһығыҙ, көнәркәшлек мөхиттә уңышлы үҫешәһегеҙ, — тип билдәләне үҙенең телмәрендә Рөстәм Хәмитов.

Ул, бөгөн почта элемтәһе хеҙмәттәре Башҡортостандың бөтә торама пункттарында бар, тип билдәләне. «Айырыуса почта элемтәһендә ихтыяж ауылдарҙа юғары, сөнки кешеләр, айырыуса өлкән быуын вәкилдәре, элеккесә күберәк гәзит һәм журналдар уҡый, әле һаман хат яҙыша. Улар өсөн почта бүлексәһе – цивилизация билдәһе генә түгел, ә ҡайһы берҙә «ҙур донъя» менән берҙән-бер бәйләнеш мөмкинлеге лә. Республикабыҙҙа почта бүлексәләренең 80 проценты – 1300-ҙән 1030-ы – ауылдарҙа урынлашҡан. Улар 80-дән ашыу хеҙмәт күрһәтә», — тине төбәк башлығы.

Уның әйтеүе буйынса, «Рәсәй почтаһы»ның республика филиалы – эре, ышаныслы һалым түләүсе. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса 2,5 миллиард һумдан ашыу табыш алынған. Килемлелеге буйынса, бер хеҙмәткәргә һәм элемтә бүлексәһенә табыш буйынса беҙҙең республика почта хеҙмәте Волга буйы федераль округында «Рәсәй почтаһы»ның иң яҡшы өс филиалы исемлегенә инә».

«Матбуғат баҫмаларының бөтә донъяла барған ҡыҫҡарыу тенденцияһына ҡарамаҫтан, Башҡортостан Рәсәйҙә иң уҡыусы төбәк булып ҡала. Республикала бер мең кешегә 443 дана матбуғат баҫмаһы тура килә. Был уртаса Рәсәй күрһәткестәренән – 193 дана –  ике тапҡырҙан ашыуыраҡҡа күберәк».

Төбәк башлығы киң мәғлүмәт сараларының финанс торошона ла туҡталып үтте, уның әйтеүе буйынса уларҙың хәле «һуңғы йылдарҙа яҙылыуҙың түбәнәйеүе һәм баҫмаларҙы доставкалауға тарифтарҙың артыуы менән бәйле ныҡ ҡатмарланды. Беҙ был ябай булмаған хәлдә республика киң мәғлүләт сараларына ярҙам итеү өсөн федераль власть органдарына мөрәжәғәт иттек. Был мәсьәлә буйынса беҙ генә мөрәжәғәт итмәйбеҙҙер тип ышанам. Беҙҙең дөйөм тауышыбыҙҙы ишетерҙәр тип уйлайым. Һәм уҡыусыларыбыҙға гәзит һәм журналдар доставкалауға дотациялар биреү механизмы яңынан эшләй башлаясаҡ. Яҙылыу кимәле ҡыҫҡармаһын, кешеләр мәғлүмәтле булһын өсөн был беҙҙгә бик мөһим».

«Почта хеҙмәтенең үҙенең үҫешеүендә лә етди мәсьәләләр бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика ҡалаларында яңы биҫтәләр төҙөү, район үҙәктәрен киңәйтеү почта бүлексәләренең артыуына килтермәне. Ул бүлексәләрҙең йөкләнешен арттырыуға, сираттарҙың күбәйеүенә, клиенттар менән эш сифатының кәмеүенә килтерә. Шул уҡ ваҡытта, почта инфраструктураһының нигеҙендә ятҡан, «бер аҙым эргәлә» принцибы боҙола. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса был мәсьәләне хәл итеү өсөн ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа өҫтәмә 50-нән ашыу элемтә бүлексәһен төҙөргә кәрәк. Ауыл биләмәләрен үҫтереүҙең комплекслы пландарында элемтә бүлексәләренең мотлаҡ булыуын тикшерәсәкмен. Почтаһыҙ беҙгә йәшәргә ярамай. Ул ғөмүмән мөмкин түгел», — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.