9 декабрь, Йома

11 июль 2014 йыл, 15:57

Башҡортостанда балалары республикаға дан килтергән ата-әсәләрҙе бүләкләйәсәктәр

автор: Гөлфиә Акулова | фото: Лариса Ветлугина коллажы

Балалары Башҡортостанға дан килтергән ата-әсәләрҙе «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләйәсәктәр. Төбәк наградалар исемлегенә «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалын индереү тураһында закон 10 июлдә уҙған БР Дәүләт Йыйылышы ултырышында ҡабул ителде.

«Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәре тураһында» законында үҙгәрештәргә ярашлы, миҙал Башҡортостан Республикаһына дан килтергән, ҡаһарманлыҡ күрһәткән, кеше ғүмерен ҡотҡарыу, законды, хоҡуҡ тәртибен һәм именлекте яҡлау буйынса, хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә батырлыҡ ҡылған йәки ғилми, ижади, спорттағы йә иһә башҡа ижтимағи әһәмиәткә эйә булыусы эшмәкәрлегендәге айырым ҡаҙаныштарға эйә булған балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләргә (балалыҡҡа алыусыларға, опекундарға, попечителдәргә) биреләсәк. Дәүләт наградаһы шулай уҡ өс йәки унан күберәк инвалид бала йә иһә алты һәм унан күберәк етем бала һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалыусы балаларҙы балалыҡҡа алыусыларға тапшырыласаҡ.

Республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләүҙе наградлауға күрһәтелгәндерҙең йәшәү урыны буйынса муниципалитеттар, улар эшләгән ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәр коллективтары йәки улар ҡатнашҡан ижтимағи берләшмәләр юллаясаҡ. Үтенес ҡағыҙҙы БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт наградалары буйынса комиссия тикшереүенә йүнәлтеләсәк. Бүләкләү тураһында ҡарарҙы республика башлығы ҡабул итәсәк.