5 декабрь, Дүшәмбе

11 июль 2014 йыл, 14:55

Төбәк башлығы: «Ауыл хужалығы продукцияһын һатыу баҙары өсөн ҡаты көнәркәшлек көрәше киң ҡолас ала»

автор: "Башинформ"

10 июлдә Мәләүездә «Баҫыу көнө-2014» семинар-кәңәшмәнең пленар ултырышында республика агросәнәғәт комплексының күсмә кубогын Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Риф Йосоповҡа тапшырҙылар. Ул 2015 йылда «Баҫыу көнө» Саҡмағошта үтәсәген аңлата, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов, республикала аграр тема даими контролде һәм иғтибарҙы талап итә, тип билдәләне.

«Эрнст Фәрит улының (Э.Ф.Исаев – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары), уның хеҙмәттәштәренең, ауыл хужалығы министрлығының, һеҙҙең эшегеҙҙән гел генә йыйылышып, даими фекер алышып, тәжрибә менән уртаҡлашыуығыҙҙы, кемдең нисек эшләгәнен ҡарағанығыҙҙы, позитив нәмәләр эҙләп уларҙы бөртөкләп табыуығыҙҙы күреп торам. Был бөтөнләй дөрөҫ. Сөнки ауыл хужалығы – ул нигеҙле тармаҡ. Унда бөтә нәмә төҙөлә. Ауыл хужалығынан сығып башҡа бөтә пландар ҙа тиерлек формалаша», — тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостанда төп агроетештереү һөт менән бәйле, тип билдәләне республика башлығы.

Семинар-кәңәшмәлә ауылдарҙа кадрҙар етмәү тураһында ла һөйләнеләр.

«Беҙгә компетенция, белем, аҡыл; ошо белемгә эйә булған кешеләр кәрәк. Уларҙы күпләп ауыл хужалығына йәлеп итеү зарур. Күҙ буяу өсөн ауылда юғары белемле белгестәр, моғайын, етәрлек. Әйҙәгеҙ күҙ һалайыҡ – уларҙың яртыһы аҡса эшләргә төньяҡҡа йөрөй, дүрттән бер өлөшө – яраҡһыҙ тормош алып бара, тағы ла бер нисә кеше үҙенә хеҙмәт итә. Ҡалған ике-өс кеше коллектив хужалыҡта эшләй. Был факт. Юғары белемле белгестәрҙең тышҡы артыҡлығында беҙҙә кадрҙар дефициты бар. Аграр университеты эшкә әҙер белгестәрҙе сығарып, тик 70 проценты ғына, ҡайһы берҙә 75 проценты ауылға ҡайтып етә тип һандар килтерә», — тине Рөстәм Хәмитов.

Тағы ла бер мөһим тема – ауылда йәшәү шарттары.

«Газ, һыу, юлдар, электр энергияһы, клубтар кәрәк. Бөҙрәханаға, сәләмәтләндереү процедураларына барырлыҡ, ҡалалағы кеүек хеҙмәттәрҙе алырға мөмкин булған инфраструктура кәрәк. Был бик ауыр, ҡатмарлы мәсьәлә, уны бер-ике йыл эсендә генә хәл итеп булмай, әммә беҙ был йүнәлештә эшләй башланыҡ. Тормош үҙе уға барырға мәжбүр итә», — тине Рөстәм Хәмитов.

Бынан тыш, пленар ултырышта төрлө агрохужалыҡ формаларына, эреһенән алып бәләкәйенә тиклем, ярҙам итеү мәсьәләләре тикшерелде. Ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуҙа субсидиялау программаһы буйынса эш һөҙөмтәләре тикшерелде. Агросәнәғәт комплексын үҫтереү моделдәренә ҡағылғанда, семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төрлө хужалыҡ формаларын үҫтереү кәрәклеге фекере менән килеште, улар антагонизм сифатында түгел, ә бер-береһен тулыландырып үҙ-ара эш итергә тейеш. Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүгә ҡағылғанда, Илеш районында рапсты эшкәртеү буйынса май заводын төҙөү проекты тикшерелде.

темалар: ауыл хужалығы