9 декабрь, Йома

11 июль 2014 йыл, 12:59

Ужым иген культураларын урып-йыйыуҙы Башҡортостанда киләһе аҙнала башларға ниәтләнәләр

автор: Эльвира Латипова

Киләһе аҙнала Башҡортостанда иген урып-йыйыу кампанияһы башланыуы ихтимал. Был хаҡта хужалыҡ етәкселәре, кесе йома республиканың Мәләүез районында уҙған, «Баҫыу көнө» республика семинар-кәңәшмәлә хәбәр итте.

БР Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко форумдың пленар ултырышында хужалыҡтарға орлоҡтоң еүешлелеге 18-19 процентҡа еткәс урыу эштәрен башларға кәңәш итте. Коваленконың әйтеүе буйынса, иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын республикала 1 миллион 780 мең гектар майҙандан урып алырға кәрәк, ул 2013 йыл күләмдәре менән сағыштырырлыҡ.

Республика Ауыл хужалығы министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, алдағы урыу кампанияһында 520 үҙ йөрөшлө һәм 1000 тағылма сапҡыс йәлеп ителәсәк. Улар тәүлек һайын 40 мең гектарға тиклем майҙанда иген урырға мөмкинлек бирәсәк. Иген һәм ҡуҙаҡлы игенде урғанда бер комбайнға уртаса йөкләнеш 480 гектар тәшкил итә.