7 декабрь, Шаршамбы

11 июль 2014 йыл, 11:58

Мәләүездә реконструкциянан һуң мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды

автор: "Башинформ"

Мәләүез ҡалаһының «Шәкәр заводы» биҫтәһендә капиталь реконструкциянан һуң балалар баҡсаһы һәм 250 уҡыусыға иҫәпләнгән урта дөйөм белем биреү мәктәбе асылды. Республика буйынса эш сәфәре барышында 10 июлдә уҡыу йорттарын Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Уҡытыусылар коллективы менән аралашып, республика башлығы, мәғариф – республика үҫешенең төп өҫтөнлөктәре иҫәбендә, тип билдәләне.

«Мәктәптәр төҙөү һәм реконструкциялау буйынса эш республикала дауам ителәсәк», — тине Рөстәм Хәмитов.

Рәсәй Президентының майҙағы указдарын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләгәндә, республика етәксеһе, Башҡортостан буйынса уртаса эш хаҡы 23 мең һум тәшкил итә, тип билдәләне.

«Уртаса эш хаҡы – ул дауахана буйынса уртаса температура кеүек, уны мин аңлайым. Шартлыса, уның 10 меңдән алып 30 меңгә тиклем булыуы мөмкин, ә уртаса 20 мең килеп сыға. Беҙ, әлбиттә, түбәнге планканы күтәрергә теләйбеҙ. Квалификацияға, тәжрибәгә, белемгә, ҡаҙаныштарға эйә булған кешеләргә ҡушып премиялар бирелһен һәм яҡшы эш хаҡы алһын өсөн», — тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.