10 декабрь, Шәмбе

11 июль 2014 йыл, 11:21

Республика башлығы: «500 ферма» программаһы – ул малсылыҡты үҫтереү өсөн иң уңайлы вариант

автор: "Башинформ"

2012-2014 йылдар эсендә «500 ферма» республика программаһы буйынса 252 һөт-тауар фермаһында (уларҙың 178-е программа ҡатнашыусыһы статусын йөрөтә, 74-е – кандидат) эштәр башҡарылған. 2012-2013 йылдарҙа дөйөм финанслау күләме 3,3 миллиард һум тәшкил итте, шул иҫәптән 2,5 миллиард һум фермерҙарҙың үҙҙәренең аҡсаһы, 0,8 миллиард һум – банк кредиттары. Программаны ғәмәлгә индереүҙең аралыҡ йомғаҡтарын, Мәләүез районында уҙған, «Баҫыу көнө» семинар-кәңәшмә ҡатнашыусылары килтерҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Программаны бойомға ашырыу барышында 103 һөт-тауар фермаһы, 186 малсылыҡ бинаһы яңыртылған. Республика бюджетынан дәүләт ярҙамының күләме — 1,045 миллиард һум.

Салауат исемендәге колхоз ауыл хужалығы етештереү кооперативында уҙған «Баҫыу көнө» семинар-кәңәшмә ҡатнашыусылары, алдан ташландыҡ ферманан «500 ферма» программаһы буйынса яңыртылған, малсылыҡ биналарының береһен ҡараны. Улар, программаны үтәү һөҙөмтәһендә хужалыҡтарҙа етештереү мәҙәниәте һәм етештереүсәнлек арта, тип билдәләне. Иҡтисади һөҙөмтә һөт һауымының 20 процентҡа тиклем артыуы, эш процестарын автоматлаштырыу иҫәбенә ирешелә.

«Был бик отошло һәм республикабыҙҙа башҡа малсылыҡты үҫтереү варианттары юҡ, — тине Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов. — Фермерҙарҙы тулыһынса бюджеттан субсидиялай алмайбыҙ һәм был осраҡта «500 ферма» программаһы — ул килеп сыҡҡан хәлдән иң ҡулайлы сығыу юлы».