Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Мәләүез районында яңы иген таҙартыу комплексы сафҡа индерелде

Иҡтисад

10 июлдә Мәләүез районында Салауат исемендәге колхоз ауыл хужалығы етештереү кооперативында Рөстәм Хәмитов «Баҫыу көнө» семинар-кәңәшмә ҡатнашыусылары менән бергә киптергесе булған яңы иген таҙартыу комплексын сафҡа индереүҙә ҡатнашты. Ул өс ай эсендә төҙөлгән, капитал һалыуҙар 11,4 миллион һум тәшкил иткән. Өҫтәүенә был сығымдарҙың (4,2 миллион һум) 36 проценты республика бюджетынан субсидия рәшеүендә тәьмин ителгән, хужалыҡ үҙе 7,2 миллион һум өҫтәгән, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

«Бындай агрегаттарға сиратҡа яҙылырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һәр эре хужалыҡта бындай агрегаттың булыуы зарур. Ә районда – тиҫтәләгәндән. Был агроетештереүгә бөтөнләй яңы алым».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть