11 декабрь, Йәкшәмбе

10 июль 2014 йыл, 16:41

«Китап» нәшриәте башҡорт телендә мәктәп календарын сығарҙы

автор: Ләйлә Аралбаева

«Китап» нәшриәтендә 2015 йылға мәктәп календары донъя күрҙе. Унда уҡыусыларҙың тормошо тураһында мәҡәләләр, танып-белеү һәм мауыҡтырғыс мәғлүмәттәр, уҡыусыларҙың аң даирәһен киңәйтеүсе тестар, тиҙәйткестәр, йомғаҡтар, башватҡыстар бирелгән. Бөтә материалдар ҙа сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән.

Баҫмала һөнәри байрамдарға һәм юбилей даталарына, Башҡортостандың хөрмәткә лайыҡ кешеләренең тормошона һәм эшмәкәрлегенә айырыуса иғтибар бүленгән. Ҡыҙыҡлы юморескалар, бәләкәй хикәйәләр һәм лирик шиғырҙар, файҙалы кәңәштәр, «Халыҡ табибы», «Йәш таланттар» рубрикалары уҡытыусыларға класс сәғәттәрен һәм кластан тыш сараларҙы ҡыҙыҡлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк ойошторорға ярҙам итәсәк.