6 декабрь, Шишәмбе

10 июль 2014 йыл, 15:23

Рөстәм Хәмитов ЮНЕСКО делегацияһы менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

10 июлдә Рөстәм Хәмитов Стефано де Каро әфәнде етәкселегендәге Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы делегацияһы менән мәғариф, фән һәм мәҙәниәт (ЮНЕСКО) мәсьәләләре буйынса осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

— Башҡортостан 15 йылдан ашыу ЮНЕСКО хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Беҙ мәғариф, тәбиғәт һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау өлкәһендә халыҡ-ара проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу менән шөғөлләнәбеҙ. Улар иҫәбендә – «Бөтә донъя мираҫы», «Кеше һәм биосфера» программалары, «Ассоциациялаштырылған мәктәптәр» проекты, ЮНЕСКО кафедраһының УНИТВИН программаһы. Һәләтле йәштәрҙе үҫтереү өсөн шарттар булдырабыҙ, университеттарыбыҙҙа бөтә донъянан студенттарҙы уҡытабыҙ. ЮНЕСКО-ның төп идеяһын – киләсәк быуын өсөн тәбиғи-мәҙәни ҡомартҡыларҙы, кешелектең рухи-әхлаҡи мираҫын һаҡлауҙы хуплайбыҙ, уртаҡлашабыҙ. Беҙҙең был инанғанлыҡҡа күбеһенсә тыуған яғыбыҙҙың боронғо тарихы, башҡорт еренең күп милләтле мәҙәниәте тәьҫир итә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Ул шулай уҡ, «ЮНЕСКО Дирекцияһы, Рәсәй комиссияһы менән уңышлы хеҙмәттәшлек итеп, коммюникеға ҡул ҡуйып, әүҙем презентациялар эшләүгә күрә беҙ «Шүлгәнташ» мәмерйәһен һәм «Урал батыр» эпосын һаҡлауҙы донъя кимәленә сығара алдыҡ. Ике йыл элек ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы Үҙәгенең ҡарары менән «Башҡорт Уралы — Урал батыр Ере» ҡатнаш тәбиғи һәм мәҙәни объекты ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде. Был беҙҙең өсөн ҙур ваҡиға, артабан эшләү өсөн этәргес булып торҙо», тип билдәләне.

Де Каро әфәнденең әйтеүе буйынса, «Башҡорт Уралы» ҡомартҡыһын мәҙәни мираҫ исемлегенә индереүҙә «рухи һымаҡ, иҡтисади ҡиммәттәр ҙә бар».

— «Башҡорт Уралы», бөтә донъя өсөн универсаль ҡиммәткә эйә булған, ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫының өлөшө булараҡ бөтә донъяла таныласаҡ, рухи ҡиммәттәргә ҡараясаҡ. Был бик мөһим. Шулай уҡ иҡтисади өҫтөнлөктәр бар, мәҫәлән, туризм өсөн. Сөнки был объект күберәк туристарҙы йәлеп итәсәк. Исемлеккә инеү башҡорт мәҙәниәтенең төрлөлөгөн билдәләйәсәк, ә ул айырыуса мөһим. Сөнки Башҡортостан күп мәҙәниәттәр һаҡланған, кешеләр үҙҙәренең йолаларын һаҡлап бергә йәшәгән дөрөҫ ҡаҙан кеүек, — тине ЮНЕСКО вәкиле.

темалар: юнеско