11 декабрь, Йәкшәмбе

11 июль 2014 йыл, 14:20

Рөстәм Хәмитов: «Бөгөн башҡорт бал ҡортоноң даны бөтә донъяны яулай»

автор: Ләйлә Аралбаева

11-13 июлдә республиканың Бөрйән районында «Башҡорт балы — Бөрйән даны» халыҡ-ара фестивале уҙғарыла.

Башҡортостан Республикаһы башлығы Рөстәм Хәмитов фестивалдә ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.

«Башҡорт балы – Бөрйән даны» республика этнофестивалендә ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрик итәм!

Башҡортостан — боронғо солоҡ тотоу кәсебен һаҡлаған берҙән-бер төбәк. Бөгөн башҡорт бал ҡортоноң даны бөтә донъяны яулай. Сөнки Башҡортостан балының файҙаһы барыһына ла мәғлүм.

Республикала төбәк-ара мәҙәни туризм бәйләнештәрен булдырыу һәм үҫтереү мөһим эш булып тора. «Урал батыр ере» туристик маршруты проекты ошо йүнәлештәге тәүге башланғыстарҙың береһе. «Башҡорт балы – Бөрйән даны» этнофестивале – был проект сиктәрендә ойошторолған һәм республика Президенты грантына лайыҡ булған әһәмиәтле сара. Башҡорт балының тыуған төйәге – Бөрйән ерендә был күркәм фестивалдең башланғыс алыуы ла бик тәбиғи.

Байрамда ЮНЕСКО вәкилдәренең ҡатнашыуы айырыуса ҡыуаныслы. Бөрйән еренең матурлығын күреп, белгестәр был яҡтағы ҡомартҡыларҙың, шул иҫәптән Шүлгәнташ мәмерйәһенең ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә инеүгә лайыҡ икәнлегенә инаныр, тип ышанам.

«Башҡорт балы – Бөрйән даны» этнофестивале халыҡтарҙы һәм төбәктәрҙе берләштереүсе сараға әүерелеүенә иманым камил.

Бөтәгеҙгә лә күңелле ял һәм яңынан-яңы уңыштар теләйем! Байрам менән, туғандар!» — тиелә Рөстәм Хәмитовтың тәбрикләү хатында.

Этнофестивалдең төп маҡсаты – милләт-ара мөнәсәбәтте көйләү, дуҫлыҡ-татыулыҡты нығытыу, халыҡ-ара һәм төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү, күп милләтле халыҡтарҙың йолаларын тергеҙеү, төп халыҡтың һөнәрселеген, художестволы сәнғәтен һаҡлау һәм киңәйтеү буйынса эш алып барыу.

Республика тәбиғәтенең тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларын, шифалы сығанаҡтарҙы, ял итеү урындарын киң танытып, Башҡортостандың мәҙәни йолаларға бай булыуын күрһәтеү ҙә ҙур бурыс булып тора. Башҡорт балының данын, умартасылыҡтан алынған продукцияны бар донъяға таратыу ҙа оло эш. Милли спорт төрҙәрен, уйындарҙы пропагандалау ниәтен дә билдәләргә кәрәк.

Этнофестиваль барышында төрлө мәҙәни, эшлекле саралар үтәсәк. Ял итеү кисәләре, экскурсиялар ойоштороласаҡ. Ярыш, конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың кимәлен этнографтарҙан, тарихсы-фольклорсыларҙан, мәҙәниәт, сәнғәт белгестәренән торған жюри баһалаясаҡ.