Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Мәләүез районында республика Баҫыу көнө бара

Иҡтисад

Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын урыуҙы ойоштороу буйынса «Баҫыу көнө-2014» республика семинар-кәңәшмә 10 июлдә Башҡортостандың Мәләүез районында уҙа.

Йыл һайын уҙғарылып килгән республика форумында республика башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы депутаттары, БР Хөкүмәте вәкилдәре, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнаша.

Иртә менән Баҫыу көнөндә ҡатнашыусылар Мәләүездең «Салауат исемендәге колхоз» ауыл хужалығы етештереү кооперативы баҫыуында осрашты. Бында ауыл хужалығы, урман ултыртыу һәм янғын һүндереү техникаларының күргәҙмәһе ойошторолғайны. Ауыл хужалығы техникаһының бер нисә өлгөһөн белгестәр эштә һынап ҡараны.

Эксперименттар үткәреү диләнкәләрендә аныҡ шарттарҙа үҫемлекселек алып барыу өсөн селекционерҙар тәҡдим иткән күрһәтеү культуралары сәсеүлектәрен үҫтергәндәр. Бында майлы, ҡуҙаҡлы, яҙғы һәм ужым иген культуралары күрһәтелгән.

Республика кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар киптергес менән яңы иген таҙартыу комплексында буласаҡ, «Салауат исемендәге колхоз» ауыл хужалығы етештереү кооперативының үлсәү хужалығы менән танышасаҡ, «500 ферма» программаһы буйынса яңыртып ҡоролған малсылыҡ объектын ҡараясаҡ.

Семинар-кәңәшмәнең пленар өлөшө Мәләүездең Ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк.

Республика аграр форумының төп маҡсаты – алдынғы ауыл хужалығы производствоһы практикаһын киң таратыу һәм урыу эштәрен алып барыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть