Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды ойошторола

Иҡтисад

Башҡортостанда яңы коммерцияға ҡарамаған ойошма – Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды ойошторола. Республика Президентының тейешле Указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты һәм республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы Фондты ойоштороу инициаторҙары булып тора.

Документта шулай уҡ БР Социаль торлаҡ төҙөлөшө фондының бөтөрөләсәге тураһында хәбәр ителә.

Ошо көндәрҙә яңы коммерцияға ҡарамаған ойошманың уставы раҫланасаҡ. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына Фонд идаралығының һәм попечителлек советының юғары коллегиаль органы составтары буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушылған. Уларҙың составын Башҡортостан Президенты раҫлаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть