Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанға Ҡырым Республикаһынан балалар делегацияһы килә

Йәмғиәт

Башҡортостанға Ҡырым Республикаһынан, «Шатлыҡ» балалар бейеү коллективы ҡатнашыусыларынан торған, делегация килә.

Ижади коллективтың төп маҡсаты – Күгәрсен районында «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында ҡатнашыу. Гала-концертта конкурстың иң яҡшы бейеүселәре, Рәсәйҙән һәм БДБ илдәренән халыҡ бейеүҙәрен һөйөүселәр сығыш яһаясаҡ.

Ҡырым ҡунаҡтары өсөн бай эстәлекле мәҙәни, танып белеү программаһы әҙерләнгән, тип хәбәр иттеләр БР Халыҡтар дуҫлығы йортонан. Аҙна дауамында улар баш ҡаланың иҫтәлекле урындарында: Башҡортостан Республикаһының Милли музейында, Салауат ҡалаһында «Юрматы» музей комплексында, «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктә, Ғафури районының Сәйетбаба ауылында крайҙы өйрәнеү музейында һәм Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейында, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжында буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть