4 декабрь, Йәкшәмбе

10 июль 2014 йыл, 12:32

Вячеслав Зайцевтың Мода йортонда Өфө трикотаж фабрикаһында әҙерләгән коллекцияны һатыу асыласаҡ

автор: Розалия Вәлиева | фото: Ренат Байғужин

Өфө трикотаж фабрикаһында (Tricardo сауҙа маркаһы) тегелгән кейем-һалым Мәскәүҙә Вячеслав Зайцевтың Мода йортонда һатыласаҡ. Бының тураһында модельер Вячеслав Зайцев Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән, Өфө трикотаж фабрикаһы менән бергәләп эшләнгән, яңы көҙ-ҡыш коллекцияһының презентацияһында хәбәр итте.

Өфөлә яңы коллекцияның тик бер өлөшөн генә күрһәттеләр. Тулыһынса презентация октябрҙә Мәскәүҙә Fashion Week Mercedes-Benz Russia Мода аҙналығында үтәсәк. Тәүге тапҡыр ир-аттар коллекцияһы тәҡдим ителәсәк, ә ағымдағы йылдың сентябрендә подиумда балалар өсөн кейемдәр ҙә барлыҡҡа киләсәк.

— Трикотаждың киләсәге ҙур, мин быны 60-сы йылдарҙың урталарында аңланым, — тине Вячеслав Зайцев. — Айырыуса ул мәктәп формаларын етештереүҙә көнүҙәк. Трикотаж – «тын алыусан», уңайлы, хәрәкәт иткәндә ҡыҫмай торған материал. Беренсе синыф уҡыусыларының ата-әсәләренең баһаламалары буйынса фекер йөрөткәндә, трикотаждан мәктәп формаһы балаларға оҡшай.

Яңы коллекцияны эшләгәндә «йыуыу» технологияһы файҙаланылған – кейемдәр уларға билдәләнгән параметрҙар биреү өсөн айырыусы реагенттар менән эшкәртелгән.

— Был технологияны Рәсәйҙә әле бер кем дә ҡулланмай, — тип һөйләне Өфө трикотаж фабрикаһының етештереү начальнигы Римма Сафина. — Беҙҙең мастерҙар бер нисә тапҡыр Төркиәгә уҡырға барҙы, Италия фабрикалары хеҙмәткәрҙәренән консультация алды. Һөҙөмтәһе бар, һатып алыусылар баһаланы.