10 декабрь, Шәмбе

10 июль 2014 йыл, 11:37

Республикала беренсе экологик сәнәғәт майҙансығы Благовещен районында ойошторолдо

автор: Эльмира Сабирова | фото: Таһир Фәйзуллин

Шаршамбы, 9 июлдә, Благовещен районы хакимиәтендә башҡарма власть органдары һәм муниципаль район территорияһында урынлашҡан предприятиелар хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙылар. Хакимиәт башлығы Фәрит Фазылов һәм биш эре предприятие вәкилдәре раҫлаған документтың маҡсаты – экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу, Благовещен районы халҡын әүҙем социаль тормошҡа йәлеп итеү, уңайлы тирә-яҡ мөхиткә граждандарҙың хоҡуҡтарын ғәмәлгә индереү өлкәһендә граждандарҙың әүҙемлеген арттырыу буйынса инициативаларҙы ғәмәлгә ашырғанда яҡтарҙың үҙ-ара эш итеүе һәм хеҙмәттәшлеге.

Благовещендың «Панорама» гәзите хеҙмәткәре Таһир Фәйзуллин хәбәр итеүенсә, бындай килешеүҙе әҙерләргә ағымдағы йылдың майында Благовещендың «Полиэф» заводында үткән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың экологик ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса эшсе төркөм ултырышында тәҡдим иттеләр.

Парламентарийҙар эшкә әүҙем ҡушылды һәм ай ярымдан Рөстәм Мусабировтың һәм Владислав Кузнецовтың тәҡдиме аныҡ килешеү формаһын тапты.

Артабан, БР Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Руфина Шағапова билдәләүенсә, депутаттар был креатив проектты бойомға ашырыуҙың координаторҙары сифатында сығыш яһаясаҡ.