4 декабрь, Йәкшәмбе

12 июль 2014 йыл, 9:10

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов «Байыҡ» балалар конкурсында ҡатнашыусыларға сәләмләү юлланы

автор: Ләйлә Аралбаева

12 июлдә «Байыҡ» башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың 2014 йылғы республика балалар конкурсы йомғаҡ яһай. Даими үткәрелеп килгән мәҙәни сара Күгәрсен районының «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында асыҡ һауалағы гала-концерт менән тамамлана.

Башҡортостан Республикаһы башлығы Рөстәм Хәмитов «Байыҡ» балалар конкурсында ҡатнашыусыларға ихлас сәләмләү һүҙҙәрен юлланы.

«Башҡортостан Республикаһында милли сәнғәтте һаҡлауға һәм үҫтереүгә, яңы таланттар асыуға, төбәк-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән саралар даими уҙғарылып килә. Улар араһында «Байыҡ» республика балалар конкурсы айырылып тора.

Был бәйгелә ҡатнашырға теләүселәрҙең һаны йылдан-йыл арта, географияһы киңәйә. Быйыл ғына 1100 йәш башҡарыусы һынау тотто. Башҡортостан ауыл-ҡалалары, Силәбе өлкәһе, Татарстан бейеүселәре көс һынашты. Байрамыбыҙ түрендә ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ – Рәсәйҙең Төнъяҡ Осетия, Чечен, Хакас һәм Ҡырым республикалары, Ҡырғыҙстан вәкилдәре булыуы икеләтә һөйөндөрә.

«Байыҡ» конкурсының изге миссияһы ҙур ихтирам уята. Ул артабан да башҡорт бейеүенең үҫешенә булышлыҡ итер, халыҡсан традицияларҙы һаҡларға, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡларға, улар өсөн яңы мөмкинлектәр асырға ярҙам итер, тип ышанам.

Бөтәгеҙҙе лә бөгөнгө матур байрам менән ҡотлайым, яңынан-яңы уңыштар, именлек, сәләмәтлек теләйем. «Байыҡ» киләсәктә лә яңы асыштары менән ҡыуандырып торһон. Конкурста ҡатнашыусы балалар, Башҡортостаныбыҙҙың биҙәге булып, беҙҙе һоҡландырып йәшәһен», — тиелә республика башлығының сәләмләү хатында.

Тәбиғәттә үткәрелгән «Байыҡ» балалар конкурсының форматы йәш бейеүселәр өсөн бик уңайлы. Йыл һайын конкурста төрлө ил һәм төбәктәрҙән коллективтар ҡатнаша, балаларҙың конкурс ярыштары, репетициялар һәм концерттарҙан тыш экскурсияларға барырға, хозур тәбиғәт ҡосағында бер-береһе менән аралашырға мөмкинселеге була. Йола буйынса еңеүселәрҙе «Соло» һәм «Ансамбль» номинацияларында 3-тән 10 йәшкә һәм 10-дан 15 йәшкә тиклемге ике йәш категорияһында билдәләйәсәктәр.