9 декабрь, Йома

10 июль 2014 йыл, 10:39

Рөстәм Хәмитов: «Аҡса буйынса йәшәргә өйрәнергә кәрәк. Һәр һумды һаҡлап тотонорға»

автор: "Башинформ"

9 июлдә Рөстәм Хәмитов тәүге ярты йыллыҡта республика бюджетын үтәү йомғаҡтары һәм 2014 йыл аҙағына тиклем уның үтәлешен баһалау буйынса эшсе кәңәшмә үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, «Башҡортостан тулайым төбәк продуктының күләме, илдең бюджет системаһына һалым һәм йыйым булараҡ ингән керем буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе булып ҡала. Республика Рәсәй Федерацияһының 11 субъекты иҫәбендә илдең берләштерелгән бюджетында һалым табышының өстән ике өлөшөн тиерлек булдыра. Республикабыҙҙа Рәсәй Федерацияһының бөтә һалым һәм һалым булмаған табыштың ике проценттан ашыуы йәлеп ителә».

«Һөҙөмтәлә бюджет сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа беҙҙең өсөн, иң тәүҙә, тотороҡлоҡ, планлылыҡ, тигеҙлелек мөһим. Шул уҡ ваҡытта, тышҡы һәм эске баҙарҙа урынлашҡан хәл менән илдең юлығыуы ихтимал хәүеф иҫәпкә алынырға тейеш. Ул көнбайыш илдәре яғынан санкцияларға, ватан иҡтисадының реаль секторында үҫеш темптарының билдәле бер әкренәйеүенә ҡағыла», тип билдәләне ул.

Төбәк башлығының әйтеүе буйынса, «был һәм башҡа факторҙар бюджетыбыҙҙың табышында сағылыш таба. Беренсе ярты йыллыҡ эсендә республиканың берләштерегән бюджетына 60 миллиард һум самаһы, дөҫөрәге, 59,6 миллиард һалым һәм һалымға ҡарамаған табыш ингән. Уҙған йылдың ошо уҡ осорона үҫеш 4,1 процент тәшкил иткән. Ул ил һәм Волга буйы федераль округы буйынса уртаса күрһәткестәрҙән түбәнерәк. Һалымдарҙың инеү иҫәбенә генә эш хаҡын, социаль объекттар төҙөлөшөн, ул объекттарҙы ҡарауҙы финанслайбыҙ. Һәм һалым йыйыу, һалымдарҙың инеүен арттырыу буйынса был эштә ситтән күҙәтеүселәр булмаҫҡа тейеш. Был өлөштә нисек эшләгәнебеҙҙән граждандарыбыҙҙың етешлеге тора. Һалым пландарына ҡарата беҙ яҡынса 4-4,5 миллиард һум йыйып бөтөрмәйбеҙ. Был бик күп. Икенсе ярты йыллыҡҡа беҙҙең бурыс – был артта ҡалғанлыҡты ҡыуып етеү һәм уның һис шикһеҙ үтәлешенә ирешеү».

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ бөгөн был юҫыҡта эшләргә ҡамасаулаусы сәбәптәр тураһында үҙ фекерен белдерҙе.

«Беренсеһе, — тине республика башлығы, — ул һалым базаһын ҡыҫҡартыу. Сәнәғәт производствоһы күләмдәренең кәмеүе менән бәйле мәсьәләләрҙең булғаны аңлашылып тора. Бынан һалым базаһының ҡыҫҡарыуы килә. Артабан. Реаль иҡтисад секторында эш хаҡы фондының әҙ үҫешеүе. Беҙҙең предприятиелар эш хаҡын арттырыуҙы ҡыҫырыҡлай, кешеләрҙә экономиялай башланы. Был, һис шикһеҙ, физик шәхестәрҙең табышына һалымдарҙың инеүендә сағылыш таба.

Өсөнсө. Спирт-араҡы продукцияларын һатыу күләменең кәмеүе. Беҙ яңыраҡ ҡына был хәлде өйрәндек һәм беҙҙең баҙарҙа булған контрафакт продукттары өлөшөнөң күбәйеүен, йәшерен ликер-араҡы изделиелараның артыуын күрәбеҙ. Был күренеш менән көрәш ауырға тура киләсәк. Бында хоҡуҡ һаҡлау органдары ла, контроль-күҙәтеү структуралары ла бергә эшләргә тейеш, тармаҡ мөмкинлектәрен файҙаланырға кәрәк. Нефть эшкәртеү производствоһын модернизациялау һәм сифатлы нефть продукттарын етештереүҙе арттырыу, атап әйткәндә, «Евро-5» класы бензинын, һалымдарҙың инеүен кәметте. Бындай юғары сифатлы бензин етештереүҙә ҡыҙыҡһындырыу өсөн һалым ҡануниәтендә етештереүселәр өсөн ташламалар ҡаралған. Һәм шулай итеп ул сифатлыраҡ продукттар етештереү иҫәбенә һалым керемдәренең кәмеүенә килтерә».

Рөстәм Хәмитов һалым базаһы буйынса ла, республикала эш хаҡының үҫеше буйынса ла, ликер-араҡы продукцияларын һатыу менән бәйле йәшерен сектор баҙарынан ҡыҫырыҡлап сығарыу буйынса ла эшләргә кәрәк мөһим йүнәлештәрҙе атаны.

темалар: бюджет, кәңәшмә