10 декабрь, Шәмбе

09 июль 2014 йыл, 18:15

Партияларҙан Башҡортостан Президенты вазифаһына кандидаттарҙы күрһәтеү процедураһы тамамланды

автор: "Башинформ"

Бөгөн, 9 июлдә Башҡортостанда 2014 йылдың 14 сентябрендә үтәсәк алдағы һайлауҙарҙа ҡатнашыу өсөн партияларҙан Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидаттарҙы күрһәтеү процедураһы тамамланды.

Заявка биреү кампанияһының йомғаҡтары буйынса, республика Президенты вазифаһына 10 кеше күрһәтелгән: Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов; «Рәсәй патриоттары»нан Илдар Бикбаев; «Ғәҙел Рәсәй»ҙән Константин Шаһиморатов; ЛДПР-ҙан Иван Сухарев; «Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы» сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһе секретары Юнир Ҡотлоғужин; «Рәсәй коммунистары» сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһенән Рәсих Хәмитов, «Рәсәй пенсионерҙар партияһы – ғәҙеллек өсөн» сәйәси партияһының төбәк бүлексәһенән Ришат Мәғәсүмов; «Рәсәй халыҡ идаралығы партияһы» сәйәси партияһының төбәк бүлексәһенән Павел Ксенофонтов; «ЯБЛОКО» Рәсәйҙең берләшкән демократик партияһы» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенән Сергей Наумкин; «Достоинство» партияһының төбәк бүлексәһенән Нурислам Усманов. Үҙәк һайлау комиссияһының эшсе төркөмө күрһәтелеүсе кешеләрҙән документтарҙы ҡабул итеп, һайлау фондын булдырыу өсөн махсус иҫәп асыуға рөхсәт бирҙе.

Алдан «Граждандар көсө» партияһынан теркәлгән Рәил Сарбаев дөйөм исемлектә юҡ. Уны күрһәткән партия БР Үҙәк һайлау комиссияһына партия съезының тейешле ҡарарын ҡушып, үҙенең кандидатын кире саҡырып алыу тураһында ғариза юллаған.

темалар: һайлауҙар