10 декабрь, Шәмбе

09 июль 2014 йыл, 17:40

Өфөлә 2015 йылға Мосолман календары нәшер ителде

автор: Ләйлә Аралбаева

Зәйнәп Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте изге Рамаҙан айы көндәрендә 2015 йылға мосолман календарын сығарҙы. Яңы баҫма республиканың дини кешеләре өсөн тәғәйенләнгән.

Календарҙа аят һәм сүрәләрҙең ғәрәп телендә яҙылышы, уларҙың транскрипцияһы, мосолман даталары күрһәтелгән. Баҫма өсөн материалды мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин әҙерләгән. Авторҙар-төҙөүселәр – Сәләхетдин Суҡбаев, Ғәлиә Ғәлимова, Фирҙәүсә Бикташева һәм Әлфиә Илекәева.

Календарҙа мосолман байрамдары, Ҡояш һәм Ай менән бәйле астрономик мәғлүмәт, намаҙ ваҡыттары, мосолман йыл һәм ай иҫәбе тураһында мәғлүмәттәр күрһәтелгән. Баҫма халыҡты исламдың әхлаҡи ҡиммәттәренә, йола тәртиптәренә һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә йәлеп итеү өсөн өндәлгән.

Тиражы туғыҙ мең дана булып баҫылып сыҡҡан, мосолман календарын нәшриәттең фирма магазиндарында һатып алырға мөмкин.