9 декабрь, Йома

09 июль 2014 йыл, 15:45

Башҡортостанда республика Президенты һаулауҙарына инде ун бер кандидат

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы шаршамбы, 9 июлдә, республика Президенты вазифаһына кандидат Нурислам Усмановтан документтар ҡабул итте. Башҡортостан Республикаһында «Достоинство» дөйөм Рәсәй сәйәси партияһы» төбәк бүлексәһе тарафынан күрһәтелгән, Рәсәй Эске эштәр министрлығы пенсионеры ваҡытынан алда республика башлығы һайлауҙарына кандидаттарҙы күрһәтеүҙең һуңғы көнөндә тапшырҙы.

Үҙәк һайлау комиссияһының эшсе төркөмө күрһәтелеүсегә тейешле документтарҙы ҡабул итеү һәм һайлау фондын булдырыу өсөн махсус иҫәп асыуға рөхсәт биреү тураһында дөрөҫләүсе нәмә бирҙе.

Республика башлығы вазифаһына әлеге ваҡытта 11 кандидат дәғүә итә. Улар – Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов; «Рәсәй патриоттары»нан Илдар Бикбаев; «Граждандар көсө»нән Рәил Сарбаев; «Ғәҙел Рәсәй»ҙән Константин Шаһиморатов; ЛДПР-ҙан Иван Сухарев; «Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы» сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһе секретары Юнир Ҡотлоғужин; «Рәсәй коммунистары» сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһенән Рәсих Хәмитов, «Рәсәй пенсионерҙар партияһы – ғәҙеллек өсөн» сәйәси партияһының төбәк бүлексәһенән Ришат Мәғәсүмов; «Рәсәй халыҡ идаралығы партияһы» сәйәси партияһының төбәк бүлексәһенән Павел Ксенофонтов; «ЯБЛОКО» Рәсәйҙең берләшкән демократик партияһы» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенән Сергей Наумкин.

Кандидаттарҙы күрһәтеү бөгөн, 9 июлдә, тамамлана.