3 декабрь, Шәмбе

09 июль 2014 йыл, 14:51

Республика бесәнлектәрендә бер квадрат метрҙа 100 ҡара сиңерткә тәшкил итә

автор: Эльвира Латипова

Белорет районы территорияһында ҡала сиңерткәләрҙең һаны бер квадрат метрҙа 100 ҡарышлыуыҡҡа тиклем етә. Был районда ҡара сиңерткә 500 гектар майҙандағы бесәнлектәрҙе юҡ иткән, тиелә БР буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив мәғлүмәтендә. Дөйөм алғанда ҡоротҡостар 1000 гектар майҙанды биләп алған. Белореттарҙың ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәре зыян күрмәгән.

Дөйөм алғанда Башҡортостан территорияһында ҡара сиңерткәләрҙең ябырылыуы менән бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы алты районда иғлан ителгән. Июндә ғәҙәттән тыш хәл Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Йылайыр һәм Белорет райондарында индерелде. 7 июлдә ғәҙәттән тыш хәл зонаһында Хәйбулла районы ла ҡалды. Ҡара сиңерткәләр 143 мең гектарҙа таралған. Баҫыуҙар инсектицидтар менән эшкәртелгән.

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Йылайыр һәм Учалы райондарында ауыл хужалығы сәсүлектәренең зыян күреүе тураһында хәбәр итә. Күп йыллыҡ үләндәр сәсеүлектәре Әбйәлил районында 700 гектар майҙанда зыян күргән.