10 декабрь, Шәмбе

09 июль 2014 йыл, 12:56

Учалы районында икенсе боронғо астрономик обсерватория табылды

автор: Ләйлә Аралбаева | фото: Лариса Ветлугина коллажы

Учалы районының Ахун ауылында бронза быуаты дәүерендәге менгирҙар (таштар) комплексы асыҡланды. Ҡоролманың йәше – яҡынса дүрт мең йыл. Алдан урындағы халыҡ белгән, әммә уларға айырыуса иғтибар итмәгән боронғо ҡоролмаларҙы Учалы ҡалаһының крайҙы өйрәнеүселәре тапҡан. «Башҡортостан Стоунхенджы» горизонталға яҡын астрономик обсерватория булған.

— Был обсерватория Ҡояшты, Айҙы күҙәтеү, зодиак йондоҙлоҡто, Ҡояш сығыу нөктәһен, көн менән төндөң тигеҙлек көндәрен һәм ҡояш торошон билдәләү өсөн ҡулланылған. Шулай уҡ бындай урындар төрлө йолалар үткәреү өсөн файҙаланылған, — тип хәбәр итте «Интерфакс-Волга буйы» агентлығына Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре Вячеслав Котов.

Быға оҡшаш мегалит комплекстарын табыу был территорияларҙа йәшәгән халыҡтың астрономияны белгәнен, календарь алып барыуҙарын, шул иҫәптән йолалалар үткәреүҙәрен, шулай уҡ улар араһында ҡоролмалар төҙөлөшөн ойоштороусы  башлыҡтарҙың булғанын дәлилләй, тип билдәләне ғалим.

2000-се йылдар башында Ахун ауылында тәүге мегалит комплексы табыла, уны «Ахун менгирҙары» тип атайҙар. Был ҡоролманың йәше шулай уҡ дүрт мең йылдан ашыу тәшкил итә. Әлеге ваҡытта объект район хакимиәте һағында тора, уға экскурсиялар ойошторолған.